Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Апрель 2022, 11:17

Майҙа Башҡортостандың биш ҡалаһында «1000 велосипедсы көнө» ойошторола

Өфөлә матур йолаға әүерелгән «1000 велосипедсы көнө» фестивале 2022 йылдың майында Башҡортостандың биш ҡалаһында уҙғарыла, тип хәбәр итә ойоштороусылар – «Башҡортостан Республикаһының Велосипедсылар союзы» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы. 

Майҙа Башҡортостандың биш ҡалаһында «1000 велосипедсы көнө» ойошторолаМайҙа Башҡортостандың биш ҡалаһында «1000 велосипедсы көнө» ойошторола
Майҙа Башҡортостандың биш ҡалаһында «1000 велосипедсы көнө» ойошторола

Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Салауат ҡабул итә, унда велофестиваль йәкшәмбегә, 1 майға, билдәләнгән. Бер аҙнанан, 8 майҙа, ул Стәрлетамаҡта, 15 майҙа – Октябрьскийҙа, 22 майҙа –  Нефтекамала, 29 майҙа Өфөлә үткәрелә.

Проект республика халҡы араһында физкультура менән даими шөғөлләнеүҙе, әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, велосипед инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Велоуҙыштарҙа теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин, уларҙың йәше сикләнмәй. Иң мөһиме, велосипед һәм шлем кәрәк.

https://www.bashinform.ru

 

Майҙа Башҡортостандың биш ҡалаһында «1000 велосипедсы көнө» ойошторола
Майҙа Башҡортостандың биш ҡалаһында «1000 велосипедсы көнө» ойошторола
Автор:
Читайте нас