+30 °С
Болотло


Район кимәлендәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән республика программаһы быға тиклем дә эшләй ине һәм уның күләме ун миллион һум булды.
– Быйыл да иҡтисади йәһәттән еңел түгел, әммә райондар ярҙамды аласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Ауыл табибы, уҡытыусыһы, тренеры... Төбәктәрҙә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүсе бер башланғыс та туҡтатылмаясаҡ. Шулай уҡ ихаталар, подъездарҙы төҙөкләндереү программалары ла эшләүен дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров. Интернетҡа, газға тоташтырыу мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ.