Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2022, 00:23

"Апогей" заманса мебель етештерә

Импорт тауарҙарын үҙебеҙҙә етештерелгәненә алмаштырыуҙан да отошлораҡ алым юҡ.

"Апогей" заманса мебель етештерә"Апогей" заманса мебель етештерә
"Апогей" заманса мебель етештерә

Сифатлы продукция етештереүҙе ойоштороу ауыр, ә замана ҡулланыусыһын ҡәнәғәтләндереү күпкә ҡатмарлыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, «Апогей» фабрикаһының заманса, уңайлы һәм матур йыһаздары һатып алыусыларҙы йәлеп итә. Мебель һайлауҙың төп шарттары: яҡшы сифат, дизайндың көнүҙәклеге һәм хаҡтарҙың осһоҙлоғо.

«Апогей» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1999 йылда элекке Туймазы ағас станцияһы базаһында ойошторола һәм Силәбенең «Регина» компаниялары төркөмө мебель етештереү заводтарына инә. Төп эшмәкәрлеге — йомшаҡ мебель етештереү. Хеҙмәткәрҙәр һаны 240 кеше тәшкил итә. Етештереү күләме йылына 550 миллион һумға етә.

Дивандар, креслолар етештереү менән шөғөлләнәләр бында. «Апогей» мебель фабрикаһы - тәжрибә туплаған, аяғында ныҡлы баҫып торған ойошма. Профессионалдар коллективы хәҙерге заман талаптарын һәм йүнәлештәрен ентекле өйрәнә һәм уларҙы мебель һатып алыусыларҙың ихтыяждарына яраҡлаштырып тора.

«Апогей» мебель фабрикаһы бөтә Рәсәй буйынса - Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Калининград, Ҡырым Республикаһы, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Силәбе, Төмән өлкәләре менән эшләй. Заводтың артабанғы пландарында — етештереү күләмен киңәйтеү һәм арттырыу. 2021-2023 йылдарҙа бизнесҡа 300 миллион һум инвестиция һалынасаҡ. Компания тағы ла 30 яңы эш урыны булдырасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

https://bashgazet.ru

"Апогей" заманса мебель етештерә
"Апогей" заманса мебель етештерә
Автор:
Читайте нас