

27 апрелдә Өфөләге Профсоюздар йорто (Киров урамы, 1) алдындағы майҙанда “Za мир! Труд! Май!” һәм “Zа мир без нацизма!” девиздары аҫтында Бөтә Рәсәй профсоюздар автоуҙышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп митинг уҙғарыла.
Колонна Өфөгә 26 апрелдә килә, ә 27-һендә, митинг тамамланғас, ул ҡала буйлап юллана. Автоуҙышҡа Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы автомобилдәре лә ҡушыла. Артабан улар Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә юл ала.
1 майҙа – Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнөндә – Ҡыҙыл майҙанда профсоюздар йөрөшө ойошторола. 9 майҙа берләштерелгән профсоюз автоколоннаһы Волгоградҡа бара. Ундағы Мамай ҡурғанында Еңеү көнөнә арналған күләмле сара була.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ойошторған автоуҙыш 12 апрелдә Владивостокта башланғайны. Сарала ҡатнашыусылар 15 ҡала – Благовещенск, Хабаровск, Чита, Иркутск, Новосибирск, Омск, Екатеринбург һәм башҡалар аша үтте.
Автоуҙыштың маҡсаты – ил етәкселегенең ғәмәлдәренә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙарына теләктәшлек күрһәтеү, йәмғиәтте берләштереү, Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль позицияларын нығытыуға булышлыҡ итеү.
https://bashgazet.ru