Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2022, 21:07

Гөлдәрегеҙҙә ваҡ себен барлыҡҡа килһә

Тәҙрә төптәрен йәмләп, шау сәскәгә күмелеп ултырыусы гөлдәрҙә ҡайһы ваҡыт йыш ҡына ваҡ себен барлыҡҡа килә. 

Гөлдәрегеҙҙә ваҡ себен барлыҡҡа килһәГөлдәрегеҙҙә ваҡ себен барлыҡҡа килһә
Гөлдәрегеҙҙә ваҡ себен барлыҡҡа килһә

Күп осраҡта һатып алынған гөл йә тупраҡ менән килә. Ғәҙәттә ул гөлдәр өсөн зыянһыҙ, әммә осоп йөрөп маҙаға тейәсәк, ишәйеп китергә лә аптырамаҫ. Күптәрегеҙгә был хәл таныштыр.

Ошо себендәр менән көрәшеп, төрлө ысулдар ҙа ҡулланып ҡараған бар, ә себендәр һаман да ҡайҙандыр килеп сығып тора. Был ваҡытта һеҙгә ябай ғына водород перекисе  ярҙамға килер.

 0,5 литр һыуға 1 аш ҡалағы 3% перекись һалып болғатабыҙ ҙа гөлдәргә ҡойоп сығабыҙ. 3-4 тапҡыр ошо шыйыҡсаны бүлмә гөлдәренә ҡойоп сыҡһағыҙ, ваҡ себендәрҙең эҙе лә ҡалмаҫ.

Шулай уҡ ошондай уҡ шыйыҡсаны пульверизатор ярҙамында аҙна дауамында  көнөнә бер тапҡыр япраҡтарына һиптереп  сығырға ла була.  Перекись ярҙамында ваҡ себендән генә ҡотолоп ҡалмаҫһығыҙ, ул шулай уҡ яҡшы ашлама булыр, тупраҡты кислород менән байытыр.

Гөлдәрегеҙ матур үҫһен, күҙҙең яуын алырлыҡ сәсәкәләре менән ҡыуандырып торһон!

ejansura.ru

Гөлдәрегеҙҙә ваҡ себен барлыҡҡа килһә
Гөлдәрегеҙҙә ваҡ себен барлыҡҡа килһә
Автор:
Читайте нас