

Башҡортостанда бикре (осетр) тоҡомло балыҡ үрсетеү һәм эшкәртеү заводы төҙөләсәк. Проектты «БашБалык» компанияһы тормошҡа ашыра.
Инвестор балыҡсылыҡ комплексына 1,2 миллиард һум самаһы аҡса һаласаҡ, 28 эш урыны булдырыласаҡ.
- Резиденттар өсөн, шул иҫәптән инфраструктура буйынса уңайлы һәм йәлеп итерлек шарттар булдырыу республика хөкүмәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө булып тора. Бөгөн ҡаралған проектҡа, һис шикһеҙ, уны уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, - тип белдерҙе республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов.
Предприятиела ярымфабрикаттар һәм деликатестар, шулай уҡ ыуылдырыҡтар етештереләсәк. Продукцияны Башҡортостан ғына түгел, башҡа төбәктәргә лә сығарыласаҡ.
Завод Ил Президенты указы менән ғәмәлгә ашырылыусы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы башҡарыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#
shonkar.rb