Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2022, 15:56

Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум

Башҡортостанда ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын ала башлауы мөмкин. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында” законға Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярашлы үҙгәрештәр индерергә йыйына, тип яҙҙы “Башинформ”.

Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һумЕте бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум
Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум

Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы 2014 йылда булдырылды. Урындағы үҙидара органдары тәҡдиме менән йыл һайын республикабыҙҙа ун ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ була.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәр 100 мең һум премия бирелә. Премияға һалым һалынмай, ул тулы күләмдә түләнә.

Башинформ. 

 

Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум
Ете бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә – миҙал һәм 100 мең һум
Автор:
Читайте нас