

«Поезда бөтәһе 306 кеше, шул иҫәптән 69 бала, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр, өлкән йәштәгеләр. Улар араһында дүрт эт, биш бесәй, тутыйғош, гөбөргәйел дә бар ине», – тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров.
Перронда күскенселәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, медиктар, психологтар, социаль хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡаршы алды. Уларҙы автобустарға тиклем оҙаттылар, әйберҙәрен ташынылар, һәр яҡлап ярҙам күрһәттеләр, тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Граждандарҙың бер өлөшө Стәрлетамаҡҡа ваҡытлыса урынлашыу пунктына юлланды, ҡалғандары Өфөлә ҡалды.
Ваҡытлыса урынлашыу пункттары профилакторийҙарҙа һәм шифаханаларҙа асылған. Унда барлыҡ мөһим, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек, медицина тәьминәте, кәрәк-яраҡтар бар.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, ДНР һәм ЛНР граждандарына документтар юллауҙа һәм эш менән тәьмин итеүҙә мотлаҡ ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған ун мең һум аҡса тапшырыла.