+30 °С
Болотло


Бишбүләк районы делегацияһы Еңеү паркындағы "Билдәһеҙ һалдатҡа" мемориалынан ер тапшырҙы. Тантана Башҡортостандың көньяк-көнбайышындағы ун район вәкилдәре ҡатнашлығында уҙҙы.
Башҡортостандың мемориалдарынан алынған ҡара тупраҡ менән тултырылған гильза Өфө ҡалаһының Совет майҙанында гвардия кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.
Бишбүләк районы тупрағын тапшырыу хокуғы Афғанстан һуғышы ветерандар советы рәйесе Вилмир Әхмәтйановҡа бирелде.
Фото: Бишбүләк районы хәкимияте сайтынан.
https://kiziltan.ru