+30 °С
Болотло


Быйыл тәүгә 29 октябрҙә билдәләнәсәк өп-өр яңы байрам Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнө тип атала.
Был турала закон проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күпселек тауыш менән хуплаған.
Байрам көнө лә осраҡлы һайланмаған: 1991 йылдың нәҡ 29 октябрендә Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт мөлкәте менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты булдырылған.
Фото: yurispros.ru