Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Мая 2022, 12:07

«Yлемһеҙ полк» йәнә сафта

Бишбүләк районы халҡы республикабыҙҙа беренселәрҙән булып Бишбүләк ауылы урамдары буйлап «Yлемһеҙ полк»та үтте. 

«Yлемһеҙ полк» йәнә сафта«Yлемһеҙ полк» йәнә сафта
«Yлемһеҙ полк» йәнә сафта

Ватанға һөйөү һәм Ватанды һаҡлау беҙҙең яҡташтарыбыҙ өсөн hәр саҡ айырылғыһыҙ төшөнсәләр булды. Тылда батырҙарса фиҙакәрлек һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында тиңдәшһеҙ батырлыҡтар менән Ватаныбыҙҙың азатлығын hәм бeйһеҙлеген яулай алдыҡ. Беҙҙең райондан 10891 кеше һуғышта ҡатнашҡан. Еңеү ҙур ҡорбандар иҫәбенә яуланды. Һуғыш йылдарында hәләк  булған hәм хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙе иҫкә алыу китабына 5442 кеше индерелгән. «Yлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акцияһы, ысындан да, бөтә халыҡ акцияһы булды. Беренсе акция 2012 йылда Томскиҙа уҙҙы. Шул ваҡыттан бирле 9 Майҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан hәм беҙгә Бөйөк Еңеү бүләк иткән туғандарының фотоһүрәттәрен тотоп сығып үткәрелгән акция бөтә дoнъяға таралды. Бишбүләк районы халҡы республикабыҙҙа беренселәрҙән булып Бишбүләк ауылы урамдары буйлап «Yлемһеҙ полк»та үтте. Акцияның инициаторҙары hәм ойоштороусылары — китапхана hәм музей хеҙмәткәрҙәре. Беҙҙең инициативаны хуплауҙы һорап, 2014 йылда беҙ һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр hәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советына, райондағы йәштәр ижтимағи «Йәш Гвардия» ойошмаһына, мәҙәниәт, халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренә hәм районыбыҙҙың барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иттек. «Яҡты юлдан» район гәзите биттәрендә полк Уставы hәм акцияла ҡатнашыусыларҙыn ҡағиҙәләре баҫылды. Бишбүләк тарих-этнография музейы беҙҙең райондың ҡыр штабы булды. Ҙур ойоштороу эшенән һуң, «Yлемһеҙ полк» беренсе тапҡыр 2014 йылдың 9 майында Бишбүләк ауылы урамдары буйынса уҙҙы. ХХ быуаттың иң ҡан ҡойғос һуғышында илебеҙҙе һаҡлап ҡалған тугғандарының hәм яҡындарының портреттары менән кесе Йәштәгеләр ҙә, өлкәндәр ҙә үтте. Акцияны үткәреү күп кешеләрҙе берләштерҙе: бергәләп әҙерләнделәр, таныштылар, штендерҙар әҙерләүҙә ярҙам иттеләр. Полк штабы «Яҡты юлдан» район гәзитенән ярҙам һораны hәм «Yлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек ваҡытында музей тарафынан йыйылған материалдарҙы гәзит биттәрендә баҫтырырға тәҡдим итте. Өс йыл эсендә районыбыҙҙың үлемһеҙ полкының 1090 фотоһүрәте hәм ҡыҫҡаса биографиялары баҫылып сыҡты. 2015 йыл материалдар йыйыу буйынса иң актив йыл булды. Бөйөк Еңеүҙең  70 йыллығы уңайынан гәзит биттәрендә 650 һуғыш hәм тыл ветераны тураһында материалдар баҫтырылды. 2014 йылда 150-нән ашыу кеше сафҡа баҫты, ә 2016 йылда акцияла 600 кеше ҡатнашты, 2019 йылда акция Бишбүләк районында йәшәүсе 3000-гә яҡын кешене үҙ эсенә алды. Ике йыл рәттән акция коронавирус пандемияһы арҡаһында онлайн-форматта уҙғарылды. Традицион йөрөштә 2021 йылдың 24 июнендә үткәрергә теләнек, әммә ковидҡа бәйле  сикләүҙәр арҡаһында уны үткәреп булманы.

Быйыл «Yлемһыҙ полк» акцияһы элекке форматта уҙасаҡ. Традиция буйынса, йөрөш Бишбүләк ауылында 9 Май — Еңеү көнөндә үткәреләсәк. Барлыҡ теләүселәрҙе «Yлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акцияһында актив ҡатнашырға саҡырабыҙ. Акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандарының hәм яҡындарының портреттары менән уҙасаҡ. Йыйылыу һәм теҙелеү 9.30 — 10.00 сәғәттә буласаҡ. Район үҙәгендә йыйылыу өсөн ике урын ойошторола — Бишбүләк ауылы 1-се урта мәктәп янында 1-се колонна (Спорт урамы, Пушкин урамы, Yҙәк урам, Еңеү паркы маршруты буйынса 10.00 сәғәттә йөрөй башлай). Бишбүләк тарих-этнография музейы янында урынлашҡан 2-се колонна (Шоссе урамы, Yҙәк урам, Еңеү паркы маршруты буйынса 10.15 сәғәттә йөрөй башлай).

Намыҫ hәм хәтер бурысы бар. Мәңгегә киткән һалдаттар 9 май көнөндә беҙгә: hәр йортҡа, hәр ғаиләгә ҡайтһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Һәм был мөмкин булырлыҡ эш: улар теләһә ҡайһы ваҡытта еңеү сафында барырға тейеш. Ә еңеүсе халыҡтың тарихи иҫтәлеге, һуғыш осороноң ҡомартҡыларын йыйыу эштәре музейҙарҙа һаҡланырға тейеш. 9 май көнөндә 8.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем Бишбүләк тарих-этнография музейында «Еңеү көнөндә асыҡ ишектәр төнө» музей акцияһында ҡатнашып, экспозициялар hәм яңы күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин.

Бишбүләк районының «Yлемһыҙ полк» штабы.

«Yлемһеҙ полк» йәнә сафта
«Yлемһеҙ полк» йәнә сафта
Автор:
Читайте нас