

«Майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары «Ветеран өсөн такси» акцияһы барышында Яндекс-такси хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланырға мөмкин. Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән берлектә «Ветеран яныбыҙҙа йәшәй» акцияһы үткәрелә – ул яңғыҙ йәшәгән һуғыш ветерандарының өйҙәрен, ихаталарын таҙартыу, башҡа ярҙам күрһәтеү», – тине баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Ҡалала «Хәтер вахтаһы», «Георгий таҫмаһы», «Ветеранды шылтыратып ҡотлау», «Еңеү вальсы», «Еңеү тәҙрәләре», «Еңеү хаты» кеүек ватансылыҡ акциялары ойошторола.
8 майҙа Еңеү паркында «Еңеү» халыҡ флешмобы үткәрелә.
7 майҙан 8-енә тиклем «Башавтотранс» маршруттарында һуғыш йылдары йырҙары яңғырай, шулай уҡ 298-се ҡала маршрутында (Инорс – Дим) үҫмерҙәр клубтарының ижади коллективтары һуғыш осоро йырҙарын башҡара.