+10 °С
Ямғыр
Бәрхәт сәскәһе әрһеҙ генә үҫеүсе сәскәләрҙең береһе. Ул күсереп ултыртыуға, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармай. Күләгәлерәк ерҙә лә матур үҫә, хатта ярлы тупраҡта ла үҙен яҡшы тоя. Был сәскә матур ғына түгел, файҙалы ла. Уны баҡса культураларын төрлө ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн дә ҡулланалар. Астра, ҡыяр орлоҡтарын, гладиолус һуғанбаштарын, һуған орлоғон сәсер алдынан бәрхәт сәскәһе төнәтмәһенә һалып алалар. Көҙгөһөн был сәскәнең һабаҡтарын ергә күмеп ҡуйырға кәңәш итәләр. Был сара тупраҡты ҡаты ҡорттар (проволочник) һәм нематодаларҙан һаҡлай. Баҡсала йәшелсәләр араһына ултыртып сыҡһағыҙ, матур ҙа булыр, үҫентеләрегеҙҙе төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән дә һаҡларһығыҙ.