Дим буйҙары
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Май , 17:13

Беҙҙекеләр һөйөндөрҙө

Башҡортостан бадминтонсылары Рәсәй Кубогында еңеү яуланы

Беҙҙекеләр һөйөндөрҙө
Беҙҙекеләр һөйөндөрҙө

Рәсәйҙең Милли бадминтон федерацияһы рейтингы лидерҙары, Европа чемпионаттары призерҙары һәм Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар Ҡазанда бадминтон буйынса Рәсәй Кубогы миҙалдары өсөн көс һынашты. Татарстандың баш ҡалаһында биш комплект награда уйнатылды. Ҡатнаш парлы разрядта Башҡортостан вәкилдәре Родион Алимовҡа һәм Алина Дәүләтоваға етеүсе булманы.

Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Родион ир-егеттәр парында көмөш миҙал яуланы. «Алтын» өсөн көрәшкәндә уның партнеры Константин Абрамов (Мәскәү) беренсе геймда уҡ йәрәхәтләнде, шуға финал осрашыуын туҡтатырға тура килде.

https://www.bashinform.ru

Беҙҙекеләр һөйөндөрҙө
Беҙҙекеләр һөйөндөрҙө
Автор:
Читайте нас в