Дим буйҙары
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Май , 06:53

Глемпинг зонаһы яңы тирмәләр менән тулылана

Этник стилдәге йылы тирмә ҡыш көнө барлыҡҡа килһә, әле йәйге ял итеү өсөн урындар әҙерләнә.

Глемпинг зонаһы яңы тирмәләр менән тулылана
Глемпинг зонаһы яңы тирмәләр менән тулылана

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы рәүештә, Сибай ҡалаһы эшҡыуары Нәйлә Рәхмәтуллина "Сайран" ял базаһын булдырған.

Ул глемпинг-зона төҙөү проекты менән 2020 йылдан шөғөлләнә. Этник стиль йүнәлешендәге тәүге йылы тирмә йыл башында барлыҡҡа килгән. Унда теләүселәр ял итеп, төрлө байрамдар үткәргән.

Глемпинг ҡунаҡтарына бай йөкмәткеле программа тәҡдим ителгән, улар хаски менән аралашҡан, эттәр тағылған саналарҙа сәйәхәт иткән, конькиҙа, тюбингтарҙа шыуған. Аҙаҡ рәхәтләнеп мунсала сабынғандар һәм тәмле шашлыҡ бешергәндәр. Шулай уҡ йәй көнө лә ҡала ҡунаҡтарын бик күңелле программалар көтә: кәмәлә, катамарандарҙа йөрөү, пляжда ҡыҙыныу һәм быуала һыу инеү.

Эшҡыуар йәнә ике тирмә ултыртырға уйлай. Был иһә үҙ сиратында ял итеүселәргә этник стилдәге урын буласаҡ.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: "Сайран" ял базаһы төркөмөнән.

https://bashgazet.ru

Глемпинг зонаһы яңы тирмәләр менән тулылана
Глемпинг зонаһы яңы тирмәләр менән тулылана
Автор:
Читайте нас в