Дим буйҙары
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Май , 18:51

Хирург (хикәйә)

Юлда тағы уйҙары, ни эшләптер, суд барған мәлгә килеп юлыҡты.  Судья, бик етди итеп, Ғәйникамалға:– Нисә аборт эшләнең? – тип һорау бирҙе. – Утыҙ ете, ваша светлость, – тине ғәйепләнеүсе яуап итеп.– Үәт, хирург! – тип ҡысҡырып ебәргәне иҫенә төштө хөкөмдарҙың. 

Хирург (хикәйә)
Хирург (хикәйә)

Эйе, эйе көн бөгөнгөләй эҫе ине. Елеп барған әрйәле машинала, кабина башына тотоноп, ул алға уҡталғайны. Ике күҙен көслө эҫе ел ҡырҡа. Анда-һанда уң ҡулы менән күҙҙәренә эркелгән бөтмәҫ-төкәнмәҫ күҙ йәштәрен һыпыра. Шунда уҡ тағы яңынан йәш эркелеүҙән күҙҙәре әрней. Йөрәгенә әлеге хәлендәге кеүек үк оло төйөр – хәсрәт төйөрө уҡмашҡан...
Ул саҡта ла уның йөрәге бала тип өҙөлөп ҡайтып килә ине. Бөгөнгө кеүек йәйҙең иң матур мәле булғанға, донъя күпереп йәшеллеккә төрөнгән. Сәскәләрҙән хушбуй, бал еҫтәре генә аңҡый. Ғәйникамалдың срок алыуына алты ай үткәйне. Ул төрмәлә лә уңғанлығы, оҫоллолоғо, илгәҙәклеге менән тиҙ арала абруй яулай һалды. Шуғалыр ҙа инде бер уны ял көнө менән бүләкләнеләр. Командир хужаларынан бик үтенгәс, һигеҙ йәшлек ҡыҙын күрергә тип, сираттағы ял көнөнә “бүләк” ялын ҡушып, ике көнгә ҡайтып барыуы. Үҙенең паегынан бүлештереп йыйған арлы-бирле тәм-томдарын, икмәк киҫәктәрен төрмә биргән косынкаһына һалып төйнәп тотҡан. Кис менән һөйләшеп ҡуйған машина Әптек төрмәһенән Стәрлетамаҡҡа ғына килде. Алай ҙа әле шофер кеше Ғәйникамалды, йә кире ҡайтып өлгөрә алмаҫһың тип, йәлләп, үҙҙәренә китә торған юлға сығарып уҡ ҡуйҙы. Уныһы өсөн дә уға ҙур рәхмәт. Ғәйникамал ауыл яғына ҡарай атланы ла атланы – 40 саҡырым...
Күберәген атламаны, йүгерҙе. Ауылға килеп ингәндә көтөү килгәйне, ҡыҙын, Зәйтүнгөлөн, урамда күреп ҡалды ла тәндәре эҫеле-һыуыҡлы булып китте, быуындары йомшарҙы:
– Ана минең бөртөгөм, берҙән-берем, ғәзизем! – тип таҡмаҡлап илап ебәргәйне. Әсәһен күргән Зәйтүнгөл дә, бер аҙ уҡталып ҡарап торғас, йүгереп барып әсәһен ҡосаҡланы. Шул тиклем йәненә рәхәтлек йүгереүҙән тубыҡ быуындары өҙөлгән кеүек булды ла, икәүләп күпереп үҫкән бесәй үләненә ҡоланылар. Хәтһеҙ генә, бик оҙаҡ йылы ергә ятып торҙолар. Күстәнәсен ҡыҙына тотторҙо ла, тәмле итеп ашағанына ихлас итеп ҡарап ултырып кинәнде. Өйҙәренә ингәс, әсәһе атаһы менән күреште, хәл-әхүәл һорашып бер самауыр сәй эскәс, тағы сәй яңыртып, таң беленгәнсе һөйләштеләр. Икенсе көндө, оло юл үткән аяҡтары шешмәкләнеп торһа ла, кире юлға сыҡты. Оҙон юл. Стәрле йылғаһын аша сыҡҡанда, геүләгән аяҡтарын сайҡағайны. Эх, йәшлек! Ул саҡта нисәмә-нисә саҡырымды йәйәү үтте ҡыҙын-бөртөгөн күрер өсөн!!! Ауылдаштары “ах” итеп ҡалдылар кире юлға сығып киткән Ғәйникамал артынан. Улар, Ғәйникамалдың төрмәгә эләгеүендә үҙҙәренең дә ғәйебе булғанлыҡтан, судта яҡлап ҡала алмағандарына үкенешеп, бик оҙаҡ ҡапҡа төптәрендә, өйҙәрҙә гәпләштеләр. – Кем суд тупһаһын күргән? Йүнләп һөйләй ҙә белмәнек бит, – тип үкенештеләр. Шулай ҙа дөрөҫләмәй, ныҡ торһаҡ, бәлки, ете йылға уҡ япмаҫтар ине.
Ғәйнекәйҙе һәр береһе яратып, яҡын итеп, уның яҡшы кеше булыуына һоҡланып бәйән ҡорҙолар.
– Үҙе, бахыр, һере бит әле, зарланманы ла. Шул ғорур килеш ауыл осона тиклем етәкләп барған ҡыҙын һығып-ҡосаҡлап, биттәренән алмаш-тилмәш үпте лә, ҡаҡҡан бағана кеүек ҡатып тороп ҡалған балаһына, бер ҙә әйләнеп ҡарамай, шәп-шәп атлап китеп барҙы, – тине Әминә. – Ҡуй инде ҡуй! – тиеште Хәтирә менән Мәхмүҙә. – Әйләнеп ҡарарға ярамай, тигән йола буйынса боролоп баҡмағандыр инде.
– Боролоп ҡараһа, кире ҡайтмай, имеш, Зәйтүнгөлө, бала булһа ла, шуны аңлап сабыр ғына тороп ҡалды әллә?
– Яһил, Гөлбоҫтандың ғына эше булды. Мир әтәсе – Ғәбделхәйҙе үҙенеке итер өсөн генә яҙған, ти бит жалыуҙы судҡа.
– Эйе, буғым, Ғәбделхәй шул Гөлбоҫтанды ала буламы!? – Әминә лә ярһып-ярһып Гөлбоҫтанды һүкте.
– Үҙе генә бит өс тапҡыр Ғәйникамал әхирәткә барып, ауырынан ҡотолған кеше. Бәдбәхет! Кит, нисә һөйләһәң дә бер хәбәр.
Һуғыштан һуңғы заманда Ғәбделхәй бик күп “вдауа”ларҙың ҡанын эскәндәре тураһында ла ҡыҙыу-ҡыҙыу һүҙ барҙы.
– Ғәбделхәй бөтә кешегә лә яратам – алам тигәндер. Хи-хи-хи! Шулай тимәһә, беҙ, бисәләр, ирҙәргә ҡарайбыҙмы ни! Беребеҙ ҡыуып сығарабыҙ, икенсебеҙ – ихлас күңелдән ҡабул итә. Аҙғын ир шулай ҡотора инде ул! – Был – Ғәбделхәйҙең айырған бисәһе – Бәҙерниса ине.
– Әйтерең бармы! Гөлбоҫтандың ауырын алғанын бер кемгә лә һөйләмәне лә Ғәйнекәй. Был эштең абруй бәкәленә ныҡ һуҡҡанын яҡшы аңлайҙыр.
– Ғәйнекәй сер һандығы ине шул ул. Ғөлбоҫтан, теле ауыҙына һыймай, үҙен-үҙе һөйләп сығарҙы.
– Ҡуй инде...
Был ваҡытта Ғәйникамал Стәрлетамаҡ төрмәһен үтеп китеп бара ине. Берсә ул Стәрле төрмәһендәге тотҡондарҙан көнләшеп тә ҡуйҙы. Эх, ошонда ғына булһа икән дә бит Әптек төрмәһе. Ә бит Ғәйникамалға тағы егерме биш саҡырым атлайһы бар. Йылы һил төндә ике ҡулын һелтәп бараһы ла бараһы ине әле уға. Әптек төрмәһен оҙаҡ итеп уйлап барҙы ул. Ҡайҙа ҡара урман төпкөлөнә алып барып һалғандар. Шулай булмай, урыны ла бик шәп, тәбиғәт ҡосағына урынлашҡан. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар һыйыр һауа. Бындағы фермалар беҙҙең колхоз фермаһы ише генәме, ул ҙурлығы менән, малдар һаны менән дә күләмле ине. Бер нисә рәт булып урынлашҡан һарайҙар теҙмәһе, ә урман аша полигон бар, тиҙәр. Ирҙәр ятағы ла ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан бер-ике саҡырым арыраҡ төҙөлгән. Улар полигонда эшләйҙәр. Ер аҫты ҡыуышына кереп киткән дәү машиналарҙы ғына күреп ҡалаһың, ә эс яғында ни булғанлығын бер кем белмәй, белгән ир-аттар был турала – ләм-мим. Шулай ҙа Ғәйникамал ун биш минутҡа һуңлап килеп ауҙы ятағына. Надзиратель шунда уҡ хәбәр һалды:
– Юғалған заключенная Хәбированы таптыҡ!
– Ә... яҡшы, яҡшы, – тип тамаҡ төбөн ҡырҙылар сымдың теге осонда. Барыбер надзиратель Ғәйникамалды айырым бүлмәгә япты. Шулай итеп, Ғәйникамал бөртөгөн, ҡыҙын күрәм тип ҡайтып, ун биш минутҡа һуңлаған өсөн үҙенә тағы ла йыл ярым срок өҫтәткәйне.   – Хоҙайым, мин сыҡҡансы ҡыҙыма ун биш йәш була лаһа! – тигәнен хәтерләп, ейәнсәре Нурзиләне инде башҡа бер ҡасан да күрә алмаясағын аңлап, тейәп ятҡан табутҡа барып йәбешкәс кенә, әсе итеп ҡысҡырып илап ебәрә алды. – Балам! Балаҡайғынам! Ниңә генә яһаттың икән ул абортты!? Бынау тиклем уҡымышлы заманда ла ошо көндө күрергә яҙған икән, илаһым! Ҡайһы белемһеҙе һәләк итте балаҡайымды? Мин наҙан көйө бөтә тирә-йүнгә аборт яһаным, әммә минең ҡулдан бер бисә лә үлмәне. Ул ваҡытта… кешеләрем үлмәгән өсөн ултырттылар микән ни мине төрмәгә?! Баламдың балаһын үлтереү етмәгән, әсәһен дә үлтергәндәр!!! Балаҡайым, балам! – Ғәйникамалды ҡыҙы Зәйтүнгөл, тағы әллә кемдәр тота һалып алдылар. Табутты йәһәтләп машинаға тейәгәс, машина ҡуҙғалып китте, артынан дәррәү булып кешеләр ҡуҙғалышты. Шулай итеп, Ғәйникамал иҫенә килгәндә уға укол һалып, нашатыр һеңдерелгән мамыҡ еҫкәтеп маташа ине береһе. Бөтәһен дә һул ҡулы менән этәреп, аяғүрә баҫты Ғәйникамал. Бар көсөнә ауыр итеп уфтанғандан һуң, өнһөҙ-һүҙһеҙ, яйлап ҡына зыяратҡа ҡарай атланы. Ашыҡманы. Үҙ яйына ғына барҙы. Атлағанда тағы төрмә юлынан китеп барған кеүек хис итте үҙен. “Ах, ул ваҡытта ҡайтты бит ул, ҡайтты. Яҙ көнө ине. Сталиндың указы менән амнистияға эләкте бәхетенән, йылдан артыҡ ҡына ултырҙы ул. Ултырҙы тип, әллә ни эшләтмәнеләр уларҙы. Ҡара таңдан һыйыр һауҙылар ғына, шул уҡ үҙ ауылында колхозға һауған кеүек. Ашау-эсеү мул, кейем-һалым матур, аҡ халаттар, аҡ косынка-яулыҡтар, бөтөн силғау менән аяҡтарын урап, яҡшы итек кейеп эшләнеләр. Тик ирек кенә, кеше затына иң ҡәҙерле нәмә – ирек кенә юҡ ине! Иркеңдән мәхрүм ителгәс, һин хут алтын-көмөштә йөҙ, хут ожмах емеше ашап йәшә – күңел китек, рух һыныҡ! Ул саҡта бөртөгөн ҡайтып ҡоса алды, ә ейәнсәрен ун йылдан һуң да күрә алмаясаҡ. Аһ!!! Я, Аллаһ! Аһ, дәриға!” Зыяратҡа барып ингәндә, халыҡ мәрхүмәне ерләп, ҡайтыу юлына сыҡҡайны. Ғәйникамал бер кемгә лә ҡарамай килеп, өйөлгән ҡәбер тупрағын ҡосаҡлап ауҙы. Гүр һалҡыны янған йөрәгенең ипкенен баҫыр кеүек ине уға. Аҙаҡ бик оҙаҡ ейәнсәре менән һөйләште. Нәҡ теге төрмәнән ҡайтып ингәндәге кеүек. Ул саҡта Зәйтүнгөлө тере, әле Нурзилә ейәнсәре үле килеш тере кеүек күреп һөйләнде лә һөйләнде.
– Бәпкәм, ник ул баланың йәнен өҙөргә булдың? Үҙ ризығы менән тыуа бит һәр бала донъяға. Үҫер, кеше булыр ине әле. Ниҙән ҡурҡтың, балам? Был тормоштан ҡурҡтыңмы? Әллә хурландыңмы? Тормош ул, балам, шул тиклем ауыр, ҡурҡыныс һымаҡ булһа ла, һис улай түгел бит ул, тормош шул тиклем матур. Хоҙай үҙе бер еңеллеген бирер ине әле. Ниңә өләсәйеңә – миңә килмәнең икән? Мин ғүмер буйы үкендем… утыҙ ете баланың ғүмерен өҙгәнемә. Ул заманда һуғыш йылдары, ауыр заман ине. Ирһеҙ бала табыу оят һаналды. Кешеләрҙе хурлыҡтан ҡотҡарам икән тип уйланым бит мин, иҫәр өләсәйең. Һинең заманың бит улай ҡотһоҙ түгел. Һинең заманыңда бала табыу мәртәбә генә! Ана, хөкүмәт үҙе нисек яҡлай һеҙҙе. Ниҙән ҡурҡтың, бәпкәм? Егетең алмаҫ тип ҡурҡтыңмы? Ғәрләндеңме икән?! Аһ, шул ҡоро намыҫ! Ерле бушҡа ниңә намыҫландың икән, бәпкәм?! Беҙҙе тереләй ҡәбергә күмдең бит, балаҡайым! Ғәйникамалдың күҙ йәштәре һалаһыу ғына итеп аҡты ла аҡты. Бер аҙҙан ниндәйҙер фекергә килеп: – Мин үлергә тейеш инем бит һинән алда. Ниңә ашыҡтың? Мин оҙағыраҡ йәшәп ташланым, ахыры, – тип үҙен ғәйепләне Ғәйнекәй. – Ни эшләйһең, Хоҙайҙың ҡушҡаны шулдыр. Уның эшенә тығылып булмай. Я, Алла! Шул тиклем ғүмерҙе миңә биргәнсе, балама биргән булһаңсы?!! – Ғәйникамал бер аҙ һөйләнеп ултырғандан һуң доға уҡырға күсеп китте. Байтаҡ ҡына доға уҡығандаң һуң амин тотто ла ятҡан, ултырған урындарының тупрағын ҡулдары менән тигеҙләп, ҡайтыр юлға боролдо. Юлда тағы уйҙары, ни эшләптер, суд барған мәлгә килеп юлыҡты.   Судья, бик етди итеп, Ғәйникамалға:
– Нисә аборт эшләнең? – тип һорау бирҙе. – Утыҙ ете, ваша светлость, – тине ғәйепләнеүсе яуап итеп.
– Үәт, хирург! – тип ҡысҡырып ебәргәне иҫенә төштө хөкөмдарҙың. Ысынтылап та хирург булған икән шул! Бер ҡатын-ҡыҙы, үлеү түгел, сирләмәне лә Ғәйникамалдың ул саҡта. Ә ниндәй заман ине: дарыу юҡ, больница юҡ! Ғәйникамал үҙенең “сирлеләр”ен өйөндә үҙе йыйған төрлө үләндәр менән дауалай ине. Тик бына утыҙ ете баланың өҙөлгән ғүмерен уйлаһаң... Ул ваҡытта Ғәйникамал төрмә срогын ысын яза тип ҡабул иткәйне. Ә ысын язаһы ул булмаған икән, тип уйланы әле. Әптек төрмәһе уның өсөн башҡа балаларҙың ғүмерен өҙөүҙән туҡтатып торор өсөн генә Алла тарафынан ебәрелгән урын булған. Ысын язаһын ул бөгөн алды түгелме?! Аһ, шулай, шулай! Ысын язаһын Хоҙай үҙе бирә икән дә бәндәһенә. Срок алыу, төрмәгә бикләнеү – ул әллә ни яза ла булмаған кеүек хәҙер. “Ысынтылап уйлаһаң, гонаһ шомлоғо эшләгәнмен бит!” – тип, үткән ғүмерен уйлап, күктәргә бағып, ҡәһет итеп атланы Ғәйникамал. Өйөнә етәрәк, башы әйләнеүҙән туҡтап ҡалды. Өй мөйөшөндәге ике-өс ҡолас етмәгән өйәңкеһенең ҡороғанын әле яңы абайланы ул. Яҙын шуның япраҡ ярмағанын да күрмәгән! Теге утыҙ ете баланың ҡан-һүлен, үҙҙәрен ошо өйәңке төбө һаҡлай ине бит. “Ҡара әле...” – тип ҡат-ҡат ҡабатлап һөйләнде. Гонаһ шомлоғомо был! Ғәйникамал ҡапыл сайҡалып китте. Йөрәге туланы. Ул уйы менән ашығыуҙан һөрлөгөп, абына-атлай килеп, ғүмер буйы серҙәре һыйған, хатта үҙ әсәләре лә белмәгән утыҙ ете баланың зыяраты булған өйәңкеһенең төбөнә килеп теҙләнде. Тәрән яра кеүек ҡытыршыланған ҡайыры-ҡабыҡтарынан һыйпаны. Бер кемде лә күрмәҫ халәттә Ғәйникамал: – Хоҙай теүәлләй икән дә! Хоҙай теүәлләй икән... Кисер мине...Кисер... Аһ, дәриғам! – тип һамаҡланы.
Ғәжәп күренеш! Өйәңке Ғәйникамалға яуап бирерлек, ә Ғәйникамал унан яуап алырлыҡ хәлдә түгел ине…

Зөбәржәт Йәнбирҙина.

ejansura.ru

Хирург (хикәйә)
Хирург (хикәйә)
Автор:
Читайте нас в