Дим буйҙары
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Май , 16:34

Һин бәрейгә өйләнмәҫ инем

Рәсүл үҙе шундай ҡыҙыу ҡанлы булдымы, әллә ҡотортоусылар булдымы, юҡтан да ғәйеп табып, мине мыҫҡыллап йәшәне. Нишләп алдың һуң улайһа, кейәүгә йәбешеп сыҡманым бит, тинем аптырағас. Кәрт уйынында оттормаһам, һин бәрейгә өйләнмәҫ инем, тине. Шаҡ ҡаттым, асҡан ауыҙымды ла яба алманым. Яратып өйләнештек, тип уйлай инем.

Һин бәрейгә өйләнмәҫ инем
Һин бәрейгә өйләнмәҫ инем

Ун алты йәштән фермала мин. Фельдшерлыҡҡа уҡырға барғым килһә лә, әсәй бер ҡайҙа ла бармайһың, тине. Беҙҙең заман балалары әсәй һүҙен тыңлап, ҡаршы өндәшмәй үҫте. Бәлки сығып китергә кәрәк булғандыр. Әсәй кешенең балаһына ышанып етмәүе, юғалтыуҙан ҡурҡыуы булдымы икән.

Шул саҡта өс апайым да фермала һыйыр һауалар ине. Әсәй уларҙы ла ситкә ебәрмәне. Улар үҙҙәре лә китәбеҙ, тип әллә ни ашҡынып тормағандарҙыр. Мәктәптә лә насар уҡынылар. Контроль эш эшләгәндә ҡайһы ваҡыт класс етәксеһе өйгә килеп ала ине. Апайым, мәктәпкә бармайынса: "Ике ҡуялар унда, бармайым,"--тип ҡаса торғайны.

Арабыҙҙа ана шул апайыбыҙҙан да оҫтараҡ ҡуллы кеше булманы. Ун һигеҙ йәшендә үк шапка, оҙон ҡуныслы ойоҡ бәйләп, үҙенә тинләп булһа ла аҡса эшләй ине. Иренән дә уңды. Апайҙарҙы уҡытыусылары өйгә килеп асыуланғанын күреп үҫкәнгәме, мин уҡырға тырыштым. Физика, геометрия кеүек дәрестәрҙе аңламаһам, ҡағиҙәләрен илай-илай ятлап өйрәнә инем. Уҡытыусыбыҙ бик яҡшы аңлатҡандырмы, башҡалар аңламаған химияны ныҡ яраттым. Биологияны ла шулай. Баҡалар, тараҡандар менән дә дуҫ инем. Шуға күрә, фельдшерлыҡҡа уҡырға һәләтем бар тип уйлағанмындыр. Уҡытыусылар өйгә килеп өгөтләһә лә, әсәй уҡырға ебәрмәне.

Икенсе апайым күрше ауылға кейәүгә сыҡты. Шуның туйында Рәсүл исемле егет менән таныштым. Оҙаҡ йөрөмәнек, өйләнештек. Кейәүгә сыҡҡанда миңә 18 йәш ине. Йәшләй сығып, йәшлегемде әрәм итәм тип уйламаным да. Мәктәпте бөтөргәс, уҡырға китмәгәс, кейәүгә сығыуҙан башҡа тағы ни ҡала инде. Бөтә ҡыҙҙары ла бер-бер артлы ирле булғанға әсәй бик ҡыуанды. "Янығыҙҙа терәктәрегеҙ бар, минән киттегеҙ, минең эшем бөттө. Хәҙер һеҙҙе ирҙәрегеҙ ҡайғыртһын",--тине. Рәсүл, армиянан ҡайтып, үҙҙәренең колхоздарында ике йыл эшләгән ине инде. Уның колхоз рәйесен йөрөткәнен белгәс, әсәй башҡа кейәүҙәренән айырып үҙ итте. Бажалары араһында иң уңғаны, иң һәйбәте Рәсүл һаналды. Атай бик яратып бөтөрмәне, аҡһөйәктәр улар, тине. Шулай ҙа, килгән-киткәндә ҡараңғы сырай күрһәтмәне. Рәсүл үҙе шундай ҡыҙыу ҡанлы булдымы, әллә ҡотортоусылар булдымы, юҡтан да ғәйеп табып, мине мыҫҡыллап йәшәне. Нишләп алдың һуң улайһа, кейәүгә йәбешеп сыҡманым бит, тинем аптырағас. Кәрт уйынында оттормаһам, һин бәрейгә өйләнмәҫ инем, тине. Шаҡ ҡаттым, асҡан ауыҙымды ла яба алманым. Яратып өйләнештек, тип уйлай инем.

Шул һүҙенә генә ҡарап, айырылышып китеп булмай бит инде, бала бар. Ауыл ерендә кино ҡарап ҡына күргән мөхәббәт тигән нәмәләрҙе уйлап йәшәргә ваҡыт та юҡ. Ауыл кешеһе мал, ҡош-ҡорт араһына бата бит инде. Беренсе балаға туғыҙ ай тулыуға эшкә сыҡтым. Ҡәйнәм, баланы үҙем ҡарайым, тип алып ҡалды. Эштән ҡайтҡас та өй эше күп, кер йыуырға, ашарға бешерергә кәрәк. Теләһә нимәләр һөйләп йәнеңә теймәһәләр, бер хәл әле. Шулай бер көн ир ҡыҙмаса ҡайтып инде лә, тотондо ҡысҡырырға. Ул ваҡытта икенсе балабыҙ тыуған ине. Бер һүҙ өндәшмәй тыңлап торҙом да, китәм мин, тинем. Ҡайтһаң, һине әсәң дә кире индермәй бит, ҡайҙа бараһың, һарай артынамы, тине. Иҫеректең уйындағыһы телендә, тиҙәр бит. Айыҡ саҡта уйлап йөрөгәндәрен әйтеп һалды. Ҡәйнәм сығып тыймағанда, туҡмаған саҡтары ла күп булды.

Белмәйем, ҡайҙан шундай көс килгәндер, бер иҫереп ҡайтып боларған сағында ике баланы алдым да, сығып киттем. Йәй көнө китмәһәм, ҡыш көнө юлға мәңге сыға алмаясаҡмын, тинем. Төндә киттем, йәйге төн ҡыҫҡа бит, яҡтыра башлаған ине инде. Ике ауыл араһын, бер саҡрымды йәйәүләп үттек. Ҡыҙҙарҙың береһенә--дүрт, икенсеһенә йәш ярым тулмаған ине әле. Кесеһен алдыма яулыҡ менән бәйләп, ҙурын да ныҡ арығанда күтәрә-күтәрә, туҡтай-туҡтай таныш түгел ауылға килеп индек. Ауыл көтөүе ҡуҙғалған саҡ. Бәхеткә, ауыл башында яңғыҙ бабай йәшәй икән. Бабайҙан һыу һорап эстем. Ҡайҙа барғанымды һөйләп бирҙем. Беҙ йәшәгән ауылдан етмеш-һикһән саҡрым алыҫлыҡта атайҙың Мөнирә апаһы йәшәй ине. Уның ире Рамаҙан ағай колхоздарында инженер. Бик бөхтә, тыныс кешеләр ине улар. Малайҙарының икеһе лә армияла. Рамаҙан ағайҙың таныштары барҙыр, берәй ергә урынлаштырмай ҡалмаҫ, тип өмөтләнеп килдем. Теге бабайға шул уйымды һөйләп бирҙем. Мин шул ауыл яғында умарталыҡта эшләйем. Бер аҙ хәл алығыҙ ҙа, ат менән алып барырмын, тине. Шул бабайға бөгөн дә рәхмәтлемен. Ул мәрхүм инде хәҙер. Нисә саҡрым араны ат менән алып барҙы. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек техника юҡ ине. Аҡсалыраҡ кешеләрҙә коляскалы матайҙар ғына булды.

Рамаҙан ағай ныҡ ярҙам итте, ауылдағы фермаға урынлаштырҙы. Бер һауынсыбыҙ пенсияға сыға, урынына кеше таба алмайҙар, тип ҡыуанып эшкә алдылар. Ҡыҙҙың бәләкәсен Мөнирә апай ҡараны, өлкәнен балалар баҡсаһына бирҙек. Шунда төпләнеп ҡалдым. Әсәйҙәр ҙә, ир ҙә эҙләп таптылар. Ир өйгә лә, эшкә лә килә, һүгенә-һүгенә мине ҡайтарырға тырыша. Әсәй: "Балаларыңа атай кәрәк булыр, ҡайт,"--тип өгөтләй. Бына шунда әсәйҙе беренсе тапҡыр тыңламаным. Кире ҡайтманым. Ир иҫереп килеп ҡаңғырып йөрөнө-йөрөнө лә тынды. Аралар ҙа алыҫ бит, гел генә килә алмай. Минән һуң әллә нисә өйләнде, йәшәп китә алманылар. Бөгөн апаһы менән икәү йәшәйҙәр. Ауыр саҡта терәк булырға янымда Рамаҙан ағай менән Мөнирә апай булһа ла, бөтә ҡыйынлыҡты ла уларға әйтеп бөтөрмәгән саҡтарым күп булды. Үҙҙәренең да балалары бар бит, уларға ла булышырға кәрәк. Үҙем дә мал тоттом, йәйен ҡош-ҡорт аҫраным. Шулай ғүмер ителде. Ике баланы ла аяҡҡа баҫтырҙым. Кейәүгә һораусылар, тимләүселәр ҙә булды үҙемде, ҡурҡтым. Һүгенгән, ауыҙынан араҡы еҫе килеп торған ирҙәрҙән бөтөнләй ҡотом алына ине. Миңә ир булһалар ҙа, ҡыҙҙарыма атай була алмаҫтар тип уйланым. Һәм үкенмәйем дә. Ҡыҙҙарым алдында намыҫым таҙа. Ғүмерем әрәм уҙҙы тип тә әйтмә алмайым.

Шулай тыныс ҡына йәшәй инем. Бына бер йыл инде күңел тыныслығым юғалды. Уҙған йәй фермаға һыйыр һауырға бер үзбәк ғаиләһе килде. Ирле-ҡатынлы. Колхоз уларға йәшәргә урын бирҙе. Көҙгә табан бер ир туғандары ла килде. Бына шул Артур исемле ир туғандары барлыҡ тыныслығымды юғалтты. Минән 9 йәшкә кесерәк үҙе. Үҙҙәренең яғында ғаиләһе ҡалған. Уныһын да йәшермәй. Тәү күргәндә үк ғашиҡ булдым, миңә икенсе ҡатын булып кейәүгә сыҡ, тине. Фермала минән йәшерәк, матурыраҡ йәш ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар, шулар араһынан һайла инде икенсе ҡатынды, тинем. Өҙмәй ҙә ҡуймай, үҙенекен һөйләй. Уның әйткән матур һүҙҙәренән илағыларым килә. Кеше янында ла әйтә ул матур һүҙҙәрен. Ирҙәр араһында ла һүгенгәнен ишеткәнем юҡ. Айлыҡ аҡсаһын алыуға, фермаға шоколад, алмалар алып килә. Минең алма яратҡанды белә. Бергә эшләгәс, сәй эсеүҙәр ҙә бергә бит. Уҙған Яңы йылда, быйыл 8 Мартҡа, Ураҙа байрамында күстәнәстәр алып килеп китте. Кеше һүҙенән ҡурҡып, бер сынаяҡ сәйгә лә саҡырманым. Ә күстәнәстәр алыу үҙемә шундай рәхәт булды. Уны магазиндан үҙем дә һатып ала алам. Шулай ҙа, ҡайҙалыр һинең барлығыңды уйлап, һиңә күстәнәстәр алып килеүсе булһа, бик күңелле икән. Көн һайын ҡаршыма килеп баҫа ла, йә йырлай, йә шиғыр һөйләй. Һинд киноһындағы кеүек хис итеп йөрөйөм үҙемде. Тәүҙә асыулана инем. Шул тиклем йырлап, шиғыр һөйләп йөрөгәс башы эшләмәй микән тип тә уйланым. Үҙе шундай йор һүҙле, моңло күңелле икәненә ышандым. Үҙем дә уны уйлап йоҡларға ятам, иртәнсәк торғас та, нисек икән, тип уйлайым. Өлкән ҡыҙым үҙгәреште һиҙҙе. Әсәй, һинең күҙҙәрең йылмая башланы, ғашиҡ булдыңмы әллә, тип һораны. Ғашиҡ һүҙенең нимә аңлатҡанын да белмәй инем, китаптан уҡып ҡына белдек бит уны. Ҡыҙҙарыма һөйләп бирҙем. Улар аңланы. "Беҙ тип яңғыҙ йәшәнең, үҙеңә оҡшаһа, беҙгә килһен дә, бергә йәшәгеҙ, әсәй. Беҙ барыбер ҡаланан аҙна аҙағына ғына ҡайтабыҙ,"--тинеләр.

Апайҙарҙың береһенә һөйләгәйнем, һинең өйөң генә кәрәк уға, бар, көҙгөгә ҡара, ҡартайып бөткәнһең, нишләп һиңә өйләнһен ул, тип әрләне лә, икенсе көндә үк туғандар араһында мине үзбәк менән "гүләйт" итә, тип һүҙ таратты.

Алданһам да, ышанғы килә шул, матур һүҙҙәрҙе тағы ла күберәк ишетке килә. Ҡатын-ҡыҙҙарға әйтелә торған йылы һүҙҙәр ҙә бар икән бит донъяла! Ә мин, ҡырҡ биш йәшемә етеп, һүгенеүҙән башҡа һүҙ ишеткәнем юҡ. Бер ғәйебем булмаһа ла, эштәге ирҙәрҙән дә һаман төрттөрөү, мыҫҡыллы ҡараш менән йәшәнем. Йәшермәйем, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, ирле ҡатынға ла гел төрттөрөп, теләһә нимәләр әйтеүсе оятһыҙ ирҙәр бар. Ошо үзбәктең йылы һүҙҙәрен ишеткәс, минең дә күңелем бар икән, тип иланым. "Бәрей" һүҙенә ҡарағанда, "һин иң матуры", "минең һөйгәнем" тигән һүҙҙәрҙе ишетеүе барыбер рәхәтерәк икән. Үҙеңде ҡатын-ҡыҙ итеп тояһың. Бәрейгә оҡшамаһам да, ҡыҙҙарымдың атаһы өсөн исемем "бәрей" генә булды. Ә бит ул иң матур йәшлек саҡтарым булған! Бәлки, хәҙер оҙаҡ йылдар ирһеҙ йәшәгәлгәнгә ышанғым киләлер. Күңелемдән гел генә шул үзбәккә рәхмәттәр уҡып йәшәйем хәҙер. Бергә булмаһаҡ та, миңә әйткән йылы һүҙҙәре өсөн рәхмәтле мин уға.
И.

hakmar.ru

Һин бәрейгә өйләнмәҫ инем
Һин бәрейгә өйләнмәҫ инем
Автор:
Читайте нас в