Дим буйҙары
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Май , 16:22

Вакцина тикшереләсәк

Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология фәнни-тикшеренеү үҙәгенең 6-11 йәшлек балалар өсөн яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаһын клиник тикшереү 3 июндә башлана...

Вакцина тикшереләсәк
Вакцина тикшереләсәк

Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология фәнни-тикшеренеү үҙәгенең 6-11 йәшлек балалар өсөн яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаһын клиник тикшереү 3 июндә башлана. Был хаҡта үҙәктең директоры Александр Гинцбург хәбәр итте.

«Скрининг башланды, тәүге вакцинаны 3 июндә яһайҙар. Әле ирекмәндәрҙе йыйыу бара, электрон карталар әҙерләнә», — тине Гинцбург.

Бынан алда Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ковидтан «Спутник М» вакцинаһын теркәгәйне. Прививканы 12-18 йәшлек үҫмерҙәргә эшләйҙәр. Башҡортостанда ата-әсәләрҙең һәм опекундарҙың рөхсәте менән дүрт меңгә яҡын бала ошо вакцинаны ҡаҙатҡан.

hakmar.ru

 

Вакцина тикшереләсәк
Вакцина тикшереләсәк
Автор:
Читайте нас в