+10 °С
Ямғыр
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса ял көндәрендә республикала ямғыр яуыуы һәм көндөң бер аҙ йылытыуы көтөлә.
Бөгөн, 13 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар күҙаллана. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан. Көндөҙ температура +11...+16 градус тәшкил итә.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар шулай уҡ шәмбе һәм йәкшәмбелә көтөлә. Көньяҡ-көнбайыштан еңелсә ел иҫә. Һауа температураһы төндә +3...+8, көндөҙ +12...+17 градус буласаҡ.
Башинформ.