Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2022, 04:18

Һары помидор ултырттығыҙмы?

Уның яман шешкә ҡаршы файҙаһы бар.

Һары помидор ултырттығыҙмы?Һары помидор ултырттығыҙмы?
Һары помидор ултырттығыҙмы?

Һары помидорҙы баҡсасылар айырыуса яратып үҫтерә. Уның ҡыҙыл төҫтәге помидорға ҡарағанда файҙалыраҡ булыуын күптәр белмәйҙер әле. Улар әсе түгел, шуға күрә уны ашҡаҙан ауырыуҙары һәм аллергия булған кешеләр ҙә уны рәхәтләнеп ашай ала.

Һары төҫтәге помидорҙа А провитамины күп, ул организмда А витаминына әүерелә. Шулай уҡ ҡан йөрөшөн яҡшыртыусы фолий кислотаһы ла күп.

Иң мөһиме, һары помидор яман шешкә ҡаршы көрәшеүсе ретинолға бик бай. Уның күҙгә лә, сәс һәм тырнаҡҡа ла файҙаһы тейә.

Бындай помидорҙың составындағы В витамины тире һәм нерв системаһы өсөн файҙалы.

Һары төҫтәге томаттар итләс һәм бик тәмле була, улар фитофторозға ла бирешеп бармай. Теплицаға ултыртыу өсөн “Гигант лимонный”, “Желтое сердце”, “Желтый гигант”, “Доктор Лето F1”, “Илья Муромец”, “Крем Торт”, “Золотой король”, “Золотой шар” кеүек сорттар яҡшы була.

https://kiziltan.ru

Һары помидор ултырттығыҙмы?
Һары помидор ултырттығыҙмы?
Автор:
Читайте нас