

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш неанатологы, медицина фәндәре докторы, профессор Дмитрий Иванов икенсе тапҡыр эш сәфәре менән Өфөгә килде. Уның әйтеүе буйынса, Башҡортостан бөгөн ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса хаҡлы рәүештә маҡтана ала.
“Әгәр былтыр сабыйҙар үлеме 6,7 промилле тәшкил итһә (бер мең тере тыуған сабыйҙың етеһе һәләк булған), быйыл был күрһәткес ике промиллегә кәмегән. Был ҡотҡарылған 30 ғүмер тигән һүҙ”, – ти баш неанатолог.
Белгестең иҫәпләүенсә, бындай һөҙөмтәгә йөклө ҡатындарҙы перинаталь үҙәккә ваҡытында килтереп еткереү, патологияларҙы асыҡлау һәм башҡа мөһим эштәр булышлыҡ иткән. Республика клиник перинаталь үҙәктең баш табибы Светлана Кәримова әйтеүенсә, республикала бала табырға йыйынған әсәләрҙең 30 процентын ошо медицина учреждениеһы ҡабул итә. Былтыр үҙәктә 12 мең сабый донъяға килгән, ә 2022 йылдың беренсе кварталында алты мең ҡатын ошонда бала тапҡан. Быйыл табиптар хатта 430-470 грамм ауырлығындағы өс сабыйҙы һаҡлап ҡала алған.
Май айында Педиатрия университетының эксперттар командаһы Дмитрий Иванов етәкселегендә төбәктәргә әсәләр һәм балалар һаулығын һаҡлауҙа ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр башҡарасаҡ. Телемедицина консультациялары, яңы тәьҫирле дауалау ысулдары өйрәнеләсәк, фәнни, ойоштороу һәм клиник тәжрибә уртаҡлашыу көсәйтеләсәк. Ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу, стационарҙарҙы үҫтереү, иртә стадияла сирҙәрҙе асыҡлау, пациенттарҙы маршрутлау мәсьәләһен квалификациялы хәл итеү буйынса ең һыҙғанып эшләйһе бар әле.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото:simplerule.ru
https://bashgazet.ru