Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2022, 11:16

Белгестәр ярҙамға бара

Башҡортостан табиптарына һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә Луганск тарафтарында эшләргә тура киләсәк. 

Белгестәр ярҙамға бараБелгестәр ярҙамға бара
Белгестәр ярҙамға бара

Уҙған аҙнала Башҡортостандан, гуманитар конвой составында,  табиптар һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Луганс халыҡ республикаһына ебәрелде. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә уҙған  оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса төбәк дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр  иткән.

Луганск Халык Республикаһының  Красный Луч  ҡалаһына юл-төҙөлөш техникаһы, медицина модулдәре һәм гуманитар йөк килтерелгән.

-  Хирургтар тарафыннан беренсе операциялар яһалды, коммуналь хеҙмәткәрҙәр тарафынан балалар майҙансыҡтарын монтажлау өсөн участоктар әҙерләү, юл төҙөүселәр тарафынан юлдарҙы ремонтлау эштәре башланды, – тип  белдергән Ғүмәров.

baltachtan.ru

 

Белгестәр ярҙамға бара
Белгестәр ярҙамға бара
Автор:
Читайте нас