

Рәсәйҙә автомашиналарҙы ABS һәм хәүефһеҙлек мендәрҙәрһеҙ сығарырға рөхсәт иткәндәр. Хөкүмәт еңел автомобилдәрҙе сертификациялауға ҡарата ябайлаштырылған талаптар бирелгән тейешле ҡарар баҫтырып сығарған.
Хәҙер автомобиль етештереүселәр санкциялар арҡаһында килеп сыҡҡан ҡайһы бер системаларҙы яңы машиналарға урынлаштырыуҙан баш тарта ала.
Айырым алғанда, ABS һәм ESP системаларын, именлек мендәрҙәрен һәм именлек ҡайыштарын алдан тарттырғыстарҙан башҡа яңы автомобилдәр сығарыу рөхсәт ителә. Бынан тыш, Рәсәйҙә хәҙер барлыҡ экологик стандарттар – «Евро-0» нан «Евро-5» гә тиклем ғәмәлдә ҡала. Был автомашиналар эшләп сығарған төтөн нормаһы 1988 йыл нормативтарына тура килә торған автомобилдәр сығарырға мөмкинлек бирә.