

Өфө ҡалаһында йәшәүсе укытучысы Бөтенрусия конкурсында җиңгән. 15 майҙа Мәскәүҙә шәхси мәктәп уҡытыусыларының “Вклад учителя” II Бөтә Рәсәй конкурсы финалистарын бүләкләү тантанаһы булған. Унда барлыҡ конкурс ярыштары һөҙөмтәләре буйынса 55 жюри вғзаһы Өфө ҡалаһының «Новошколы» шәхси мәктәбенең тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Юлия Наил ҡыҙы Садыҡованы еңеүче итеп билдәләгән.
Бәйге дүрт ай ярым дауамында барган һәм ул 3 этаптан торған. Приз фонды 1000 000 һум.
Шулай итеп, 257 ҡатнашыусының 12-һе финалға үткән. 14 майҙа «Stand Up Store Moscow» сәхнәһендә улар «Уҡытыусы баттлы»нда көс һынашҡан, шулай уҡ һәр уҡытыусы жюриға һәм тамашасыларға стендап-комедия жанрында үҙ сығыштарын тәҡдим иткән. «Новошкола»нан Юлия Наил ҡыҙы Садыҡова финал сиктәрендә максималь балл йыйып, төп призды — 600 000 һум алыуға ирешкән. Афарин, Юлия!