Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Май 2022, 07:55

Сәмәрҡандҡа барабыҙмы?

Радий Хабиров Башҡортостандан килгән туристар өсөн Сәмәрҡандты асырға теләк белдерҙе.

Сәмәрҡандҡа барабыҙмы?Сәмәрҡандҡа барабыҙмы?
Сәмәрҡандҡа барабыҙмы?

Башҡортостан башлығы Радий Хабиров был хаҡтағы үҙ пландары белән 17 майҙа «Вконтакте»социаль селтәрендәге битендә уртаҡлашты, дип яҙа сығанаҡ.

"Башҡортостандан килгән туристар өсөн Самарҡандты асаһы килә. Беҙҙең халыҡ өсөн турҙар, туранан-тура рейстар ойоштороу — сәйәхәт итеү мөмкинлеге булдырыу. Быға ынтыласаҡбыҙ", - тип яҙҙы Республика башлығы.

Ул билдәләп үтеүенсә, Сәмәрҡанд — донъя кимәлендәге иң боронғо ҡалаларҙың һәм эре туристик үҙәктәрҙең береһе. Сәмәркандтың архитектура һәм тарихи һәйкәлдәре ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Улар араһында — танылған Гур-Эмир мавзолейы – Тамерлан кәшәнәһе, (XIV быуат Монгол хәрби башлығы-прим. ред.) һәм башҡа бик күп иҫтәлекле урындар.

"Беҙҙең Башҡортостанда ла Тамерлан һәм республика территорияһында уның булыуына бәйле үҙ тарихыбыҙ бар. Шишмә районында XIV быуаттың ғәжәйеп һәйкәлдәре бар, һәм беҙҙең халыҡ өсөн был урындарҙы асыу фекере лә бар. Һәм Сәмәрҡанд, уның музей һәм тарихи комплекстарының тәжрибәһе беҙгә бик кәрәк буласаҡ", - тип өҫтәне Хабиров.

Башҡортостан Башлығы 16 майҙа Үзбәкстанға эш визиты менән барҙы.

Фото: krot.info

baltachtan.ru

Сәмәрҡандҡа барабыҙмы?
Сәмәрҡандҡа барабыҙмы?
Автор:
Читайте нас