Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2022, 14:38

Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 70% сәселгән

Башҡортостан аграрийҙары 1 миллион 536 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәскән, был иһә майҙандарҙың 70%. 

Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 70% сәселгәнРеспубликала планлаштырылған майҙандарҙың 70% сәселгән
Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 70% сәселгән

Сәсеүлектәрҙең күпселек өлөшөн иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар биләй – 1 миллион гектарҙан ашыу (пландың 71%), май бирә торған үҫемлектәр – 336 мең гектарҙа (79%), шәкәр сөгөлдөр 37,7 мең гектарҙа сәселгән (87%).

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, республиканың барлыҡ райондарында ла сәсеү эштәре бара, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ аграрийҙары кампанияны тамамлап килә – был райондарҙа яҙғы культуралар өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙың 90% сәселгән. Стәрлетамаҡ районы абсолют һандарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, бында 88,9 мең гектар майҙанда сәскәндәр. Мәләүез районында күрһәткес – 73 мең гектар, Илештә – 70,8 мең гектар.

https://www.bashinform.ru

Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 70% сәселгән
Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 70% сәселгән
Автор:
Читайте нас