Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Май 2022, 08:52

Ҡараҡтар тотолған

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Енәйәтте тикшереү идаралығының Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге оперативниктары тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, ирҙәр енәйәтте ныҡлы уйлап эш иткән

Ҡараҡтар тотолғанҠараҡтар тотолған
Ҡараҡтар тотолған

Стәрлетамаҡҡа Салауат яғынан ингән ерҙә  Дағстандан, Краснодар, Һарытау өлкәләренән һәм Стәрлетамаҡтан булған дүрт ир ҡулға алынған.Енәйәтселәр Күмертау ҡалаһындағы бер фатирға төшөп әйберҙәр урлауҙа  шик тыуҙыра.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Енәйәтте тикшереү идаралығының Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге оперативниктары тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, ирҙәр енәйәтте ныҡлы уйлап эш иткән.  Стәрлетамаҡта ҡуртымға фатир алып йәшәгәндәр  һәм "десятка" һатып алғандар.Ҡараҡтар йортто күҙәтеп, хужалары сығып киткәнен һағалап торған. Яйы сыҡҡас, өйгә инеп алтын биҙәүестәр, аҡса һәм бөтә ҡыйбатлы әйберҙәрҙе: һыпырып алып сығып киткән. Әммә-ләкин уғрылар Стәрлетамаҡтағы фатирҙарына барып етә алмай – Стәрлетамаҡҡа ингән ерҙә үк тотола.

 Енәйәтселәрҙең машинаһында йоҙаҡ аса торған ҡулайламалар, отверткалар, бысаҡтар һәм урланған әйберҙәр булған. Шулай уҡ ҡуртымға алынған фатирҙа, ҡараҡтар әйбер урлағанда ҡулланыу өсөн видеояҙма, өй хужаларының ҡайҙалығын белеү өсөн фатирҙан дистанцион тыңлау ҡоролмалары, хатта сигналды баҫа торған ҡулайламаға тиклем  булған һәм был әйберҙәрҙең барыһы ла тартып алынған. Был турала Енәйәтте тикшереү идаралығының  Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге оперативниктары хәбәр итә.  

Әлеге ваҡытта енәйәтселәр ҡулға алынған. Ойошторолған енәйәт менән көрәш һәм фатирға төшөүҙе асыу бүлеге хеҙмәтткәрҙәре  был әҙәмдәргә һәм ошондай енәйәттәргә ҡатнашы булған кешеләрҙе асыҡлай.

Р.ЗАМАНОВА.

ashkadar.com

Ҡараҡтар тотолған
Ҡараҡтар тотолған
Автор:
Читайте нас