Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Май 2022, 05:52

Башҡортостанда айырым батальон ойошторола

Башҡортостанда Ураина неонацистарына ҡаршы көрәшеү өсөн генерал Миңлеғәли Шайморатов исемендәге айырым Башҡорт ирекмәндәр отрядын формалаштырыу башланды.

Башҡортостанда айырым батальон ойошторолаБашҡортостанда айырым батальон ойошторола
Башҡортостанда айырым батальон ойошторола

Был хаҡта «Хәрби-Диңгеҙ Флоты һәм хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары» төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Алик Камалетдинов "ВКонтакте" социаль селтәрендә хәбәр иткән.

"Дуҫтар, әйҙәгеҙ, һүҙҙә түгел, ә ысынбарлыҡта  илебеҙгә ярҙам итәйек! Украина милләтселәрен юҡ итеү өсөн башҡорт батальоны йыябыҙ! Герой ата-бабаларыбыҙ хаҡына һәм балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн!» - тип яҙған Камалетдинов.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан һәр ваҡыт ауыр ваҡыттарҙа — Наполеон менән 1812 йылда, Беренсе бөтә донъя, Бөйөк Ватан һуғышында Рәсәй Дәүләтенең таянысы булған.

«Футляр для курая» телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, ирекле ярҙамсылар менән контракттар дүрт айға һәм унан да күберәк ваҡытҡа төҙөләсәк, Экипировка һәм әҙерлек Чечен бүлексәләренә тура киләсәк.

Махсус операция территорияһына китер алдынан бүлексә һуғыш әҙерлеге уҙасаҡ.

Башҡортостанда айырым батальон ойошторола
Башҡортостанда айырым батальон ойошторола
Автор:
Читайте нас