+30 °С
Болотло


«Бай йөкмәткеле сәфәр булды. Беҙ юл картаһын төҙөү өсөн эшсе төркөм булдырырғакилештек, быны Үзбәкстан премьер-министры ла хупланы. Благовещен ҡалаһындағы производствоға аҡса һала башлаған Наманган предприятиеһы менән бәйләнештәбеҙ. Сәмәрҡәндтәге коллегаларыбыҙҙан да тәҡдимдәр бар. Үзбәкстанға иң ҙур бизнес-миссия барҙы, 96 эшҡыуар үҙҙәренең коллегалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ, Башҡортостан делегацияһы 17-18 майҙа рәсми сәфәр менән Үзбәкстанға барып ҡайтты.