

Мишкә районында булған ул. Бында "Лада Веста" менән "ВАЗ-2110" машиналары бәрелешкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария кеше үлеме менән тамамланған. Унда "ВАЗ-2110" машинаһының водителе һәм уның пассажиры табиптар килеп еткәнсе һәләк булған. Был автомобилдә ултырған тағын бер юлсы йәрәхәтләнгән. Уларҙың барыһының да ҡатын-ҡыҙҙар булыуы билдәле, тип хәбәр ителә.
Шулай уҡ "Лада Веста"ла ултырған водитель менән уның пассажиры ауыр йәрәхәттәр алған.
Авария урынына республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов барған. Шулай уҡ аварияның сәбәптәрен асыҡлау өсөн урынға махсус хезмәттәр ебәрелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайты ҡоткарыусылары иһә һәләк булған һәм йәрәхәтләнгән кешеләрҙе емерек машиналарҙан һөйрәп сығарган. Авариян сәбәптәре асыҡлана.
Фото: МЧС РБ