Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2022, 20:44

Башвоенкоматта хәрби бурыслыларҙы йыйыу тураһында хәбәргә аңлатма бирҙеләр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең мессенджерҙарында 49 йәшкә тиклемге, хөкөм ителмәгән хәрби бурыслы ир-егеттәрҙе военкоматҡа килергә саҡырған хәбәрҙәр тарала.

Башвоенкоматта хәрби бурыслыларҙы йыйыу тураһында хәбәргә аңлатма бирҙеләр
Башвоенкоматта хәрби бурыслыларҙы йыйыу тураһында хәбәргә аңлатма бирҙеләр

Башҡортостан Хәрби комиссариатының граждандар менән эшләү бүлеге етәксеһе Рәмил Баһауетдинов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә контракт буйынса, шул иҫәптән запастан хәрби хеҙмәткәрҙәр йыйыу бара.

«Был эште Хәрби комиссариат контракт буйынса йыйыу пункты менән берлектә ойоштора. Хәрби бурыслыларҙы йәшәгән урындары буйынса, шул иҫәптән телефондан шылтыратып военкоматтарға саҡыралар. Был мобилизация түгел, ә хәрби комиссариаттарҙың планға ярашлы, ғәҙәти эше», — тине Рәмил Баһауетдинов «Башинформ»ға.

Йылына уртаса меңгә яҡын кеше контракт буйынса хеҙмәт итергә китә.

«Аҡсалата тәьмин итеү төрлөсә. Хеҙмәт итеү шарттарына, функцияларға һәм квалификацияға ҡарай. Йыл һайын Рәсәйҙең Оборона министрлығы план төшөрә, контракт буйынса саҡырылыусыларға талаптар кеүек үк, контрактсылар һаны ла үҙгәрә», — тине ул.

Розалиә Вәлиева
 
Башвоенкоматта хәрби бурыслыларҙы йыйыу тураһында хәбәргә аңлатма бирҙеләр
Башвоенкоматта хәрби бурыслыларҙы йыйыу тураһында хәбәргә аңлатма бирҙеләр
Автор:
Читайте нас в