Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2022, 07:28

Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының берлектәге «Беҙ бергә» тигән концерты була

Йыйылған аҡса Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә.

Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының берлектәге «Беҙ бергә» тигән концерты булаӨфөлә Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының берлектәге «Беҙ бергә» тигән концерты була
Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының берлектәге «Беҙ бергә» тигән концерты була

25 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының берлектәге «Беҙ бергә» тигән концерты була. Был турала республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Програмала башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары: Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Уразова, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, Татарстан Республикаһының халыҡ артистары Зәйнәб Фәрхетдинова һәм Зөфәр Билалов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Elvin Grey, Татарстандың атҡаҙанған артисы Раяз Фәсихов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ZAINETDIN, «Дәрүиш-Хан» төркөмө, «Арғымаҡ» этно-төркөмө, халыҡ-ара музыка конкурстары лауреаттары Илнат Фәрхуллин, Рәфис Сирусин, Әлфиә Ниғмәтуллина.

Йыйылған аҡса Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залының ҙур залында киске сәғәт 7-лә башлана.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының берлектәге «Беҙ бергә» тигән концерты була
Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының берлектәге «Беҙ бергә» тигән концерты була
Автор:
Читайте нас