Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2022, 07:49

Малаймы, ҡыҙмы?

Инкубаторҙа эшләүселәр себеш һәм ҡаҙ бәпкәләрен түбәндәгесә айыра икән.

Малаймы, ҡыҙмы?Малаймы, ҡыҙмы?
Малаймы, ҡыҙмы?

Йәй миҙгеле - ҡаҙ бәпкәләре, себеш тауышына күмелгән осор. Ҡош-ҡорт аҫраусылар уларҙың ниндәй тоҡомдан булыуын, нисек тәрбиәләргә икәнен яҡшы белә. Ә бына бәпкәләрҙең атамы, йәки инәме икәнен нисек айырырға һуң?

1. Ҡаҙ бәпкәләренең ҡанатын айырып ҡарағыҙ. Ҡаурыйҙарының береһе оҙон, икенсеһе ҡыҫҡа булһа — инә, барыһы ла оҙон булһа — ата.

2. Ҡаҙ бәпкәһен, тауыҡ себешен аяғынан тотоп күтәрегеҙ. Башын өҫкә күтәргәне — инә. Ата ҡаҙ йәки әтәс булаһы себеш һуҙылып төшәсәк.

3. Шулай уҡ ҡаҙ бәбкәләрен суҡыштарына ҡарап та билдәләргә була. Инә бәпкәләрҙең суҡышы бәләкәй була.

Фото: ferma-biz.ru

kiziltan.ru

Малаймы, ҡыҙмы?
Малаймы, ҡыҙмы?
Автор:
Читайте нас