Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Май 2022, 15:33

Өфөлә өс ир газ менән ағыуланып һәләк булған

Кисә кис яңы төҙөлгөн йорттоң канализация коллекторында өс ир кешенең кәүҙәләре табылған, тип хәбәр итә “Башинформ”. Эшселәр дренаж насосы урынлаштырыу менән шөғөлләнгән һәм газ менән ағыуланған. Уларҙы төҙөлөштә бергә эшләгән иптәше тапҡан. 

Өфөлә өс ир газ менән ағыуланып һәләк булған
Өфөлә өс ир газ менән ағыуланып һәләк булған

 һәләк булған ике кешенең шәхесе асыҡланған, улар — Өфөлә йәшәгән 34 һәм 54 йәшлек ирҙәр. Өсөнсөһөнөң шәхесе әлегә билдәһеҙ. Асыҡланыуынса, ирҙәр коллекторға дренаж насосын ҡуйған ваҡытта газ менән ағыуланған. 

Ирҙәр коллекторҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ялланған булған. Эш сифатһыҙ башҡарылған, тип уларҙы объектҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ебәргәндәр.

https://ye102.ru

Өфөлә өс ир газ менән ағыуланып һәләк булған
Өфөлә өс ир газ менән ағыуланып һәләк булған
Автор:
Читайте нас: