Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Май 2022, 07:58

Оҫталарҙы 30 мең һум премия көтә!

"Тәмле" конкурс-күргәҙмәһендә ҡатнашҡығыҙ киләме? Шарттары - яҙмала.

Оҫталарҙы 30 мең һум премия көтә!
Оҫталарҙы 30 мең һум премия көтә!

Сибай ҡалаһында 2-4 июндә "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы була. Сара барышында быйыл да халҡыбыҙҙың милли аш-һыуына арналған "Тәмле" конкурс-күргәҙмәһе үтәсәк. Ул 3 июндә Сибайҙа була.

Конкурс-күргәҙмәлә һәр кем ҡатнаша ала. Был юлы уға төрлө милләттәрҙең аш-һыуын республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары вәкилдәре килтерергә теләк белдергән. Ойоштороусылар белдереүенсә, төп приз 30 мең һум тәшкил итһә, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулағандарға 20, 10 мең һум биреләсәк. Шулай уҡ иң оригиналь рецепт өсөн, йәнә халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын һаҡлауға, танытыуға үҙ өлөшөн индергән, төрлө ассортимент тәҡдим иткәндәргә бишәр мең һум аҡса тапшырыу ҡаралған.

Барлыҡ аш-һыу, милли ризыҡтар жюри ағзаларына тәмләп ҡарап баһалау өсөн махсус әҙерләнергә тейеш. Ҡатнашыусы һәр кем өҫтәлде биҙәү, ризыҡтарын тәҡдим итеүҙе шәхсән үҙе башҡара. Теләгәндәргә http://башкирскаякухня.рф сайтында мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк.

Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын данлаған саранан ситтә ҡалмағыҙ, килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Автор фотолары.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас в