Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Май 2022, 09:31

Сыңлай һуңғы ҡыңғырау

Бөгөн Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында сығарылыш класы уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы була.

Сыңлай һуңғы ҡыңғырауСыңлай һуңғы ҡыңғырау
Сыңлай һуңғы ҡыңғырау

Был көндө мәктәп тамамлаусылар символик рәүештә мәктәп менән хушлаша.. Алда —  мөһим имтихандар, онотолмаҫ сығарылыш кисәһе.

Өфөлә генә бөгөн 119 дөйөм белем биреү ойошмаларының 4853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында көндөҙгө сәғәт 2-лә мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн ҡала байрамы башлана. Программала – вальс бейеү, бейеү флешмобы, баш ҡала мәктәптәре уҡытыусылары хоры, уҡыусыларҙың ижади номерҙары һәм ата-әсәләрҙең ҡотлауы.

26 майҙа уҡ 11-сае класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башлай, һынауҙар 2 июлгә тиклем дауам итә.

Фото: www.58foto.ru

https://www.bashinform.ru

Сыңлай һуңғы ҡыңғырау
Сыңлай һуңғы ҡыңғырау
Автор:
Читайте нас