Дим буйҙары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Май 2022, 08:00

27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана

Мәктәп урмансылыҡтары ла ҙур саранан ситтә ҡалмай.

27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана
27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана

Йәш ағастар – яңы ғүмер символы ғына түгел, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлеге лә. Тап шуға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Хәтер баҡсаһы” акцияһы барышында 27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана.

Был акция барыһын да – урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен, ирекмәндәрҙе, хеҙмәт коллективтарын, предприятиелар вәкилдәрен, ветерандарҙы, урындағы халыҡты берләштерә.

Тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында ойошторолған уҡыусылар берекмәләре – мәктәп урмансылыҡтары ла ҙур саранан ситтә ҡалмай. Башҡортостанда 29 мәктәп урмансылығы эшләй. Уларға 800 уҡыусы йәлеп ителгән. Йыл һайын йәш урмансылар “хәтер баҡсаһы” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл улар 5700 йәш ағас һәм ҡыуаҡ ултыртҡан.

“Бөйөк Еңеү хаҡына ҡорбан булған атай-олатайҙарыбыҙ иҫтәлегенә урманды тергеҙеү идеяһы йәш быуын өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки шәхсән ҡатнашып, тырышлығыңды һалып, тәбиғәт менән туранан-тура аралашып ҡына ватансылыҡ, экологик мәҙәниәт тәрбиәләргә мөмкин”, – ти республикалағы мәктәп
#национальныепроекты#нацпроекты

Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter

https://bashgazet.ru

 

27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана
27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана
Автор:
Читайте нас: