Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Май 2022, 05:26

Көн торошо

Республика синоптиктары көндәрҙең йылыныуын фаразлай. Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы 21 градусҡаса күтәрелә, тип хәбәр ителә.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Республика синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көн аяҙлы-болотло була. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градус.

27 майҙа яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан.

Һауа температураһы төндә +1, +6 градус, көндөҙ һауа 15-20 градусҡаса йылына.

28 майҙа Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын.

Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ иһә +16,2+1 градус йылы була.

https://www.bashinform.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас