Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Май 2022, 14:59

Районда эшҡыуарлыҡ үҫешә

26 майҙа Рәсәй эшҡыуарҙары көнө билдәләнә. Бөгөнгө көндә үҙ эшеңде булдырыу өсөн мөмкинлектәр бармы?

Районда эшҡыуарлыҡ үҫешә
Районда эшҡыуарлыҡ үҫешә

Бөгөн бизнес hәм эшҡыуарлыҡ — беҙҙең райондың иҡтисади үҫешенең иң көслөләренең береһе, шуға күрә районда кесе hәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү  муниципалитеттың өҫтөнлөклө бурысы булып тора. Был өлкә ҡулланыусыларҙы продукция, тауар менән тәьмин итә hәм хеҙмәт күрһәтә, эш урындары тәҡдим итә, урындағы бюджетты һалым түләүҙәре менән тулыландыра. Райондың кесе hәм урта бизнесы тураһында район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Айрат Моратшин менән әңгәмәләшәбеҙ.

— Айрат Алик улы, район эшҡыуарҙары үҙ эшсәнлектәрен ҡайһы өлкәләрҙә алып бара? Күпме улар?

— 10 майға районда 434 кесе hәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 512 шәхси эшен асыусылар, шул иҫәптән 13 шәхси эшҡыуар теркәлгән.

Аҙна һайын эшҡыуарлыҡ сәғәттәре уҙа. Ағымдағы йыл башынан 19 эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелде, уларҙа 27 ғариза ҡаралды.

Һәр эшҡыуар, буласаҡ эшҡыуар 2-15-18, 2-14-62, 89375002980 телефондары буйынса ҡабул итеүгә яҙыла hәм үҙенең бизнес- идеяһын еткерә ала.

— Эшҡыуарлыҡ эшсәнлеге район иҡтисадына ниндәй өлөш индерә?

— Беренсенән, эшҡыуарҙар район халҡына 3000-гә яҡын эш урыны бирә. Икенсенән, район бюджетына керемдәрҙең 30 проценты кесе hәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан килә. Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Степан Леонтьев үҙ бизнесын киңәйтте, яңы магазин асты. Өсөнсөнәнн, барлыҡ етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы — кесе эшҡыуарлыҡта. Ил өсөн ҡатмарлы шарттарҙа, (коронавирус сикләүҙәре, валютаның курс айырмаһы, нигеҙһеҙ рәүештә ҡайһы бер тауарҙарға ажиотаж килеп сығыу), тауар ҡайтарыусылар хаҡтарҙы күтәргәндә, беҙҙең эшҡыуарҙар төп бурыстарын үтәне — аҙыҡ-түлек hәм тәү сиратта  кәрәк-яраҡтарға дефицит булыуға юл ҡуйманы.

— һуңғы ваҡытта ниндәй яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килде? Ниндәй урындар әле буш?

— Һуңғы ваҡытта еләк-емеш, һарымһаҡ үҫтереү яҡшы башланып китте. Форель балығын үрсетеү hәм туристик йүнәлеш үҫеш ала. Ауыл хужалығы, үҫемлекселек hәм малсылыҡ, эшкәртеү hәм хеҙмәт күрһәтеү — көнкүреш hәм офис коворкингы актив үҫешә. Сағыштырмаса күптән түгел шәхси эшҡыуар Азат Фәйзуллин Бишбүләктә автомобиль йыуыу буйынса үҙ-үҙеңә хеҙмәт күрһәтеү урынын асты. Бөгөн районда бизнесты үҫтереү өсөн йәшелсә үҫтереү, балыҡсылыҡ, туризм кеүек йүнәлештәр һ.б. актуаль.

Ирина Фомина.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡый алаһығыҙ.

Районда эшҡыуарлыҡ үҫешә
Районда эшҡыуарлыҡ үҫешә
Автор:
Читайте нас: