Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Май 2022, 10:22

Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләшкән

Башҡортостанда тыуған яугир ниҙәр хаҡында белдергән?

Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләшкән
Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләшкән

Владимир Путин Мәскәү ҡалаһындағы Мандырка исемендәге госпиталдә булған һәм Украиналағы махсус операция барышында йәрәхәтләнгәндәр менән осрашҡан. Дәүләт башлығы Оборона министры Сергей Шойгу менән берлектә пациенттарҙың хәлен белешкән, хәрби хеҙмәткә бәйле артабанғы пландары хаҡында һорашҡан.

"Десантсылар үҙ бурысын бик яҡшы атҡара, әммә пехотаһыҙ мөмкин түгел. Бар уңыштарҙы ла тик пехота нығытып ҡуя. Һеҙгә ҙур рәхмәт, шәбәйегеҙ", - тигән яугирҙәргә Владимир Путин.

Президент ҡайһы бер хәрбиҙәр менән аралашҡан, улар араһында Башҡортостан егете лә булған. Яҡташыбыҙ Президентҡа үҙенең Башҡортостанда тыуғаны, Амур өлкәһендәге Благовещен ҡалаһының Алыҫ Көнсығыш дөйөм хәрби команда училищеһында белем алғаны тураһында әйткән.

“Владимир Владимирович йәрәхәтләнгәндәрҙең ниндәй шарттарҙа дауаланыуын шәхси контролендә тота”, – тип белдерҙе Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков.

Фото: kremlin.ru

https://bashgazet.ru

Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләшкән
Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләшкән
Автор:
Читайте нас: