Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Май 2022, 15:13

Законһыҙ рәүештә ағас оҙатылған

Өфө эшҡыуары Үзбәкстанға туғыҙ миллион һумлыҡ ағас материалы алып сыҡҡан.  

Законһыҙ рәүештә ағас оҙатылған
Законһыҙ рәүештә ағас оҙатылған

Башҡортостан таможняһы Рәсәйҙән стратегик мөһим тауарҙарға һәм ресурстарға ҡараған урман материалдарын законһыҙ экспортлау факттары буйынса алты енәйәт эше ҡуҙғатты.

«Башҡортостан таможняһы начальнигы урынбаҫары Ринат Ғәлиевтың белдереүенсә, халыҡ-ара көс структуралары менән берлектә үткәрелгән оператив-эҙләү саралары барышында 2019 йылдың 1 авгусынан 9 октябренә тиклем Өфө кешеһе ялған документтар һәм Волга буйы электрон таможняһында, Ульяновск таможня посында дөрөҫлөккә тап килмәгән декларациялар нигеҙендә алты контракт сиктәрендә Рәсәйҙән Үзбәкстанға дөйөм күләме бер мең кубометрҙан ашыу тәшкил иткән һәм баҙар хаҡы яҡынса туғыҙ миллион һумлыҡ ҡарағайҙан ағас материалы алып сығыуы асыҡланды.

Мутлыҡ ҡылыусы  2019 йылдың июленән коммерция эшмәкәрлеген туҡтатҡан Өфө ойошмаһында тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса белгес булған. Енәйәтсел ниәтте тормошҡа ашырыу маҡсатында  дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған ялған документтар комплектын әҙерләүгә ир таможня органдары менән үҙ-ара эш итеү өсөн  үҙенең исеменә булдырылған электрон-цифрлы  ҡултамғаны, ойошманың мисәтен файҙаланған. Алынған мәғлүмәттәр һәм факттар нигеҙендә Башҡортостан таможняһы эшҡыуарға ҡарата «стратегик мөһим тауарҙар һәм ресурстар контрабандаһы» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Был статьяның санкциялары бер миллион һумға тиклем штраф менән ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

ye102.ru

 

Законһыҙ рәүештә ағас оҙатылған
Законһыҙ рәүештә ағас оҙатылған
Автор:
Читайте нас: