Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2022, 00:02

Балыҡ аулау тыйылһа ла...

Ҡандракүлдә 2,5 мең метрҙан ашыу ау һәм 60 ҡыҫала тотҡос юҡ ителгән.

Балыҡ аулау тыйылһа ла...
Балыҡ аулау тыйылһа ла...

Башҡортостандың Халыҡ фронты вәкилдәре, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ һәм экологтар менән берлектә “Ҡандракүл” тәбиғәт паркында “Ауһыҙ бер көн” акцияһы үткәрҙе.

Һығымталар борсоуға һала: тейешле контроль булмау сәбәпле, Ҡандаркүл браконьерҙарҙан һаҡланмай. Акция һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль бүлегенә балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә инспекторҙарҙы матди-техник ҡорамалдар менән тәьмин итеү кәрәклеген билдәләп мөрәжәғәт әҙерләнгән. 

Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ инспекторы Константин Ламзутов әйтеүенсә, тикшереү барышында һыу ятҡылығында 2,5 мең метрҙан ашыу ау һәм 60 ҡыҫала тотҡос юҡ ителгән, һыуға кире 120 килограмм самаһы балыҡ, 200 килограмм ҡыҫала сығарылған. Был, әлбиттә, проблемаға иғтибарҙы арттырыуҙы талап иткән һөҙөмтә.

Халыҡ фронты вәкиле Морат Шафиҡов билдәләүенсә, акция нисә йылдар дауамында алып барылыуына ҡарамаҫтан, быйыл һөҙөмтәләр бигерәк аяныслы.

"Ҡандракүлдә браконьерҙарҙың үҙҙәрен ни тиклем ирекле һәм язаһыҙ тойоуын күрҙек. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре етерлек кимәлдә техник саралар менән йыһазландырылмаған, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ инспекторҙарының да, яғыулыҡ-майлау материалдарының да етешмәүе ошо хәлгә килтерә. Шуға күрә һыу ятҡылығын тейешле контролдә тотоу юҡ", — тип үҙ фекерен белдерҙе Морат Шафиҡов.

25 апрелдән 5 июнгә тиклем республикала балыҡ тотоу тыйылған. Бер ҡармаҡ менән һәм ярҙан ғына тоторға мөмкин.

Фото: Морат Шафиҡов.

https://bashgazet.ru

Балыҡ аулау тыйылһа ла...
Балыҡ аулау тыйылһа ла...
Автор:
Читайте нас: