Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2022, 08:51

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" балалар конкурсы старт алды

Раеспубликала "Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" йәш инспекторҙарҙың слеты башланды. Республика конкурсында үҙҙәренең ҡала-райондарында еңеү яулаған командалар ҡатнаша.

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" балалар конкурсы старт алды
"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" балалар конкурсы старт алды

Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә, велосипедта йөрөүҙә, юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә тәүге ярҙам күрһәтеүҙә һәм башҡа төр ярыштарҙа көс һынаясаҡ - "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" программаһы алты этаптан тора.

Ярыштарҙан тыш, балаларға күңел асыу программаһы ла ҡаралған. Был ике көндә, мәҫәлән, балалар менән аниматорҙар эшләйәсәк. Йәш инспекторҙарҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм башҡа хеҙмәттәрҙең махсус техникаһы менән таныштырасаҡтар. Кискеһен фильм да күрһәтәсәктәр. "Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" еңеүселәре иртәгә билдәле буласаҡ. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһын да иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" балалар конкурсы старт алды
"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022" балалар конкурсы старт алды
Автор:
Читайте нас: