Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2022, 15:21

Осрашыу урыны — китапхана

27 майҙа Бөтә Рәсәй китапханалар кoнө билдәләп үтелә. Был китапхана хеҙмәткәрҙәренең hөнәри байрамы ғына түгел, ә китапҡа, уны уҡыуға, китапханаларға мөнәсәбәте булған hәр кемдең байрамы ла.

Осрашыу урыны — китапхана
Осрашыу урыны — китапхана

Был китап йортона hәр кеше теләһә ниндәй мәғлүмәт һорап мөрәжәғәт итә ала. Китапханалар, кәрәк булғанда, клуб та, күргәҙмә залы ла, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар урыны ла була ала. Китапханалар эшсәнлегендә иң мөһиме — мәғлүмәтте ҡулланыусыға еткереү.

Елена Григорьевна Ганиева етәкселегендәге Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы муниципаль автоном мәҙәниәт учреждениеһы район hәм балалар китапханаһын, 23 ауыл китапханаһын hәм филиалын үҙ эсенә ала, шуларҙың бишеһе моделле китапхана. Бөгөнгө көндә дөйөм китап фонды рус, татар, башҡорт, сыуаш телдәрендә 250 мең данаға яҡын тәшкил итә.

Заманса мәғлүмәт технологиялары ярҙамында үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре халыҡ өсөн төрлө мауыҡтырғыс саралар ойоштора, презентациялар, виртуаль күргәҙмәләр, видеороликтар, слайд-шоу hәм букрейлерҙар сығара. Әлеге ваҡытта китапханаларҙың барыһы ла Интернет селтәренә тоташҡан.

Yҙәкләштерелгән система китапханаларының барыһы ла күптән инде ял итеү hәм халыҡтың рухи аралашыу үҙәгенә әүерелде, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса 61 клуб hәм түңәрәк эшләй, шуларҙың 33-сө— балалар өсөн. Был йүнәлештә район hәм балалар китапханалары күп эшләй, унда даими рәүештә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, әҙәби-музыкаль кисәләр һәм шиғриәт байрамдары уҙғара, урындағы рәссамдар, ҡул эше оҫталарының күргәҙмәләрен ойоштора. Өлкән йәштәге кешеләр hәм инвалидтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө формала уларға китап менән танышырға ярҙам итә, яңғыҙлыҡта ҡалдырмаҫҡа тырыша.

Китапханасылар йыл һайын Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстарында, шул иҫәптән грант конкурсларында еңеү яулай. «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль hәм төбәк проекттары сиктәрендә Ҡыңғыр-Мәнәүез моделле китапхана-филиалы Башҡортостан Республикаһы иң яҡшы ауыл мәҙәниәт  учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә hәм иң яҡшы ауыл мәҙәниәт  учреждениеларына дәүләт ярҙамы буйынса конкурста еңеүсе булды. Быйыл Ҡаныҡай ауылының китапханасыһы Рима Нафиҡова шул уҡ бәйгелә еңеү яулауға иреште. Был китапханала «Башҡорт балаҫы булырға тейеш! Бишбүләк районында балаҫ һуғыуҙы тергеҙеү» проектын тормошҡа ашырыу дауам итә, ул РФ Мәҙәни инициативалар фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Надежда Николаева,

үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының ойоштороу-методик бүлеге мөдире

Осрашыу урыны — китапхана
Осрашыу урыны — китапхана
Автор:
Читайте нас: