Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2022, 15:36

Республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла

27 майҙан Башҡортостандың ситуация үҙәге 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә түләүҙәр мәсьәләләре буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә башлай.

Республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинова Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы эфирында әйтеүенсә, бөгөн операторҙар көндөҙгө сәғәт 3-тән һуң, һуңынан көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Ситуация үҙәгенең ҡыҙыу бәйләнеш номерҙары: +7 (347) 218-19-19, 122. Бынан тыш, белгестәр ярҙамында башҡа социаль әһәмиәтле темалар буйынса (эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы, ковидты иҫкәртеү) консультация алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Автор:
Читайте нас: