Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Май 2022, 15:24

Армия – тормош мәктәбе ул

Ир-егеттәрҙең күбеһе сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында хыялланһа ла, ул һирәктәргә генә эләгә торғандыр. Аҙнай ауылынан Даһи Шөғәйепов тап шул ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүе менән ғорурлана. 

Армия – тормош мәктәбе ул
Армия – тормош мәктәбе ул

Армияла хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙең һәр ҡайһыһы үҙенең дембель альбомын ҡәҙерләп һаҡлай. Даһи Шөғәйепов менән уның хеҙмәт итеү йылдары тураһында ҙур иҫтәлек һаҡлаусы шаҡтай ҡалын ғына альбомды аҡтарабыҙ.

- Беҙ ғаиләлә биш бала үҫһәк, өс малай барыбыҙ ҙа һалдат хеҙмәтендә булдыҡ: иң өлкәне Наил - Германияла, ә Дамир ағайым Ҡаҙағстанда хеҙмәт итте. Мин үҙем 1985 йылдың 27 октябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылдым һәм Ярословль өлкәһенең Борисоглебский районының 9804 һанлы хәрби часына эләктем. Беҙгә, бала саҡтан эштә сынығып үҫкән ауыл егеттәренә, ауыр булманы, физик әҙерлегем ныҡ булғандыр инде, армия тормошона тиҙ яраҡлаштым. Әйткәндәй, Ермолкиндан, Иттихаттан булған яҡташтарым менән бергә хеҙмәт иттек. Улар менән үҙебеҙҙең байрамда, сик буйы ғәскәрҙәре көнөндә, әле лә осрашып торабыҙ, - тип һөйләй ветеран-сик һаҡсыһы.

Ярославль ҡалаһындағы айырым хәрби уҡыу үҙәгендә ике пограничниктар училищеһы урынлашҡан була, унда Мәскәү һәм Галицин уҡыу йорттарында белем алған курсанттар учебкала була. Бынан тыш унда “Каскад” төркөмө лә хәрби әҙерлек үтә.    

- Армиялағы тәүге көндәр әле лә хәтерҙә. Беҙҙе, йәш һалдаттарҙы, оҙон сафҡа теҙеп ҡуйып, исемлекте уҡығандан һуң, мунсаға алып киттеләр. Хәрби форма бирҙеләр, кейемдәребеҙ бер иш булғас, барыбыҙ ҙа инкубатор себештәренә оҡшап ҡалғайныҡ. Икенсе көндә, сафҡа теҙелеп ашханаға китеп барһаҡ, ап-аҡ ҡарҙан ҡаршыға ҡап-ҡара бер взвод негрҙар килә, уларҙың кейгән формалары ныҡ айырыла ине. Беҙҙең хәрби частә шулай уҡ мадъяр, монгол курсанттары ла практика үтте, - тип иҫкә ала Даһи Исмәғил улы.

Артабан ауыл егеттәре өсөн көндәлек хәрби тормош башлана. Хеҙмәт итеү йылдарында намыҫлы хеҙмәт иткән һалдаттың командирҙар һәм хеҙмәттәштәре араһында абруйы арта. Даһи Шөғәйепов спорт ярышларында әүҙем ҡатнаша, мәҫәлән, саңғы ярышында чемпион була. Өлгөлө хеҙмәт иткәне өсөн, уға отпускы бирелә һәм 1986 йылда тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхетенә ирешә.  

Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән осорҙа, алыҫ  араларҙы яҡынайтып, ике арала хаттар йөрөй. Улдарынан килгән сәләм хаттарын яҡындары түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Атаһы Исмәғил Шөғәйепов үҙе лә ил алдындағы бурысын тулыһынса үтәп, илде немец илбаҫарҙарынан һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән кеше. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1943 йылда ул Куйбышевтағы снайперҙар мәктәбен тамамлай, артабан Польша, Венгрия, Румыния, Австрия ерен дошмандан азат итеп, Еңеү таңын Германияла ҡаршылай.   

- Әрме хеҙмәте срогын саманан тыш ҡыҫҡарттылар. 12 ай нимә инде?! Кем әйтмешләй, һалдат итеген кейеп тә өлгөрмәйҙәр, шунда уҡ уны сисергә лә ваҡыт етә. Беҙ, ысынлап та, "һалдат һурпаһы"н татып, ысын тормош мәктәбен үтеп ҡайттыҡ. Кемдәрҙер, бөгөн армияға барыу бушҡа ваҡыт уҙғарыу тип һанаһа, хәрби хеҙмәт  беҙҙе ысын ир-егеттәр характерын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны, тип ышаныс менән әйтә алам. Икенсенән, ата-әсәйеңде, яҡындарыңды ҡәҙерләргә өйрәнәһең  - ти ул, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып.

Хеҙмәт итеү осоронда, яҡташыбыҙ I һәм II дәрәжә «Сик ғәскәрҙәре отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә. Даһи Шөғәйепов үҙ бурысын үтәп, тыуған яҡтарына старшина булып ҡайтып төшә. Хәрби формаһын өҫтөнән һалғанға дүрт тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, һалдат һурпаһын бергә һемергән иптәштәре менән бәйләнештәрен әле лә
өҙмәй ул - социаль селтәрҙәр аша аралашып, байрамдарҙа осрашып торалар.

Июнь айында үҙенең 55 йәшен билдәләйәсәк Даһи Исмәғил улы нефтселәр ойошмаһында эшләй, тормош иптәше Тәнзилә менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Йыр-моң һөйөүсе Шөғәйеповтарҙың береһе - оҫта гармунсы, икенсеһе - моңло йырсы, ауылда уҙған байрамдарҙың бер биҙәге улар. Илһамлы йырҙар, әһаңле моңдар уларҙы алдағы тормоштарында ла оҙата барасаҡ әле.  

Ләйлә Ғүмәрова.

 

Армия – тормош мәктәбе ул
Армия – тормош мәктәбе ул
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: