Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Май 2022, 15:38

Ауыл уҡытыусыларына - Грант!

2022 йылда 690 мең һумлыҡ 25 грант бүлеү ҡаралған.  

Ауыл уҡытыусыларына - Грант!
Ауыл уҡытыусыларына - Грант!

1 июндән Башҡортостанда ауыл ерендә эшләп йөрөгән йәш уҡытыусыларға грант конкурсына документтар ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

2022 йылда 690 мең һумлыҡ 25 грант бүлеү ҡаралған.

Ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк.

Конкурста халҡы 15 меңдән артмаған ауыл биләмәһенең дөйөм белем биреү ойошмаларына эшкә урынлашҡан 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша. Бынан тыш, уларҙың йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа тейеш.

Быға тиклем ошондай грант алған уҡытыусылар конкурста ҡабаттан ҡатнаша алмай.

Документтар Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 адресы буйынса ҡабул ителә.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында алырға мөмкин.

hakmar.ru

Ауыл уҡытыусыларына - Грант!
Ауыл уҡытыусыларына - Грант!
Автор:
Читайте нас: