Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Май 2022, 15:35

Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ярыша

Бөгөндән 1 июнгә тиклем Өфөлә “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына халыҡ-ара ярыштар уҙа.

Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ярыша
Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ярыша

Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионы бөтөнләй икенсе төҫ алғайны: уның эргә-тирәһен янғын һүндереү һәм төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгән машиналар уратып алғайны.

Бөгөн бында үткәрелгән сара ла үҙенсәлекле: янғын һүндереүселәр һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында ҡотҡарыусылар ярыша. Беларусь, Үзбәкстан, Рәсәй, Һиндостан, Башҡортостан спортсылары үҙ көсөн һынап ҡарай. Шулай итеп, бында көслө ихтыярлы, билдәле спортсылар сығыш яһай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөләге “Динамо” стадионында янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу буйынса “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына халыҡ-ара ярыштар үткәрелә. Сараға инеү бушлай, шуға, мөмкинлектән файҙаланып, килегеҙ, ҡарағыҙ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ярыштар программаһында – штурмовкалау баҫҡысы буйынса вертикаль күтәрелеү, 100 метр арауыҡҡа ҡаршылыҡтар һыҙығын үтеү, янғын эстафетаһы һәм башҡалар.

Халыҡ-ара ярыштарҙа спорт делегациялары составында атҡаҙанған спорт мастерҙары, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, донъя, Европа, ил чемпиондары ҡатнаша.

https://bashgazet.ru/

Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ярыша
Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ярыша
Автор:
Читайте нас: