Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Май 2022, 00:38

Президент яңы законға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путиндың ҡултамғаһы менән яңы документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Ул хәрби хеҙмәткә ҡағыла.

Президент яңы законға ҡул ҡуйҙы
Президент яңы законға ҡул ҡуйҙы

Закон проекты РФ Дәүләт Думаһына 20 майҙа индерелгәйне. Ул һигеҙ көндә закон булып та сыҡты.

Владимир Путин хәрби хеҙмәт буйынса беренсе контракт төҙөү йәшен сикләүҙе бөтөрҙө. Бығаса 18 - 40 (сит илдекеләр өсөн 30) йәшкә тиклемгеләр генә контракт менән әрмегә алына ине. Хәҙер бәлиғ булған йәштән хет пенсияға тиклем контракт төҙө. Һәм хәрби хеҙмәттә бул.

Йәш сикләүен бөтөрөүҙе шуның менән аңлаталар: йәнәһе, хәҙер армияла заманса технологиялар (ҡорал, техника) менән эшләргә кәрәк. Бының өсөн тәжрибә һәм юғары квалификациялы белгес булыу талап ителә. Ә кеше, ғәҙәттә, тап 40 - 45 йәштәр тирәһенә яҡшы тәжрибә туплай ҙа инде. 

Дөрөҫ, йәштәр контракт менән хеҙмәткә бармаһын. Юҡһа, әле күпме "Йөк - 200" ҡайтты. Өлкәндәр, бәлки, тәжрибәһе булһа, имен ҡала алыр ҙа...

ye102.ru

Президент яңы законға ҡул ҡуйҙы
Президент яңы законға ҡул ҡуйҙы
Автор:
Читайте нас: