

Балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы өҙөлөп һөйөүсе, күңеле менән әле лә сабый булып ҡалыусы кешеләр генә эшләй алалыр. «Торнаҡай» балалар баҡсаһынында эшләүсе Гөлфиә Илдус ҡыҙы ла был һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй.
- Мин тәүҙә М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетының мәктәпкәсә белем биреү бүлеген тамамланым. 2010 йылда Йылбулаҡ-Матвеевка ауылында эш урыны тәҡдим ителгәс, биш йыл буйы шунда йөрөп эшләнем. Артабан ВЭГУ-ла өс йыл уҡып, юғары белем алдым, - тип һөйләй ул.
Гөлфиә Илдус ҡыҙы беренсе төркөмдә сығарған кескәйҙәр инде күптән ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан. Ярайһы тәжрибә туплаған тәрбиәсе район үҙәгендәге “Торнаҡай” балалар баҡсаһында педагогик эшсәнлеген дауам итә. 2019 йылда уға тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә – уны ошо мәктәпкәсә учреждениеның етәксеһе итеп ҡуялар.
Был һөнәр - мөһим һәм яуаплы: көн һайын балаларға иғтибар, күңел йылыһын биреп, уларға тәүге аҙымдарын яһарға ярҙам итә тәрбиәселәр. “Торнаҡай” балалар баҡсаһында дөйөм белем биреү йүнәлешендә алты төркөм эшләй. Көн дауамында балалар 32 хеҙмәткәрҙең ышаныслы күҙәтеүе аҫтында.
- Быйыл балалар баҡсаһына (аяғына саҡ баҫҡандан алып) 118 бала йөрөнө. Йыл дауамында туғыҙ тәрбиәсе, ике музыка белгесе, фитнес-доктор, бер логопед һәм психолог балалар менән шөғөлләнде. Улар кескәйҙәр бар яҡлап та үҫешһен өсөн тырыша, - ти, Гөлфиә Илдус ҡыҙы көндәлек хеҙмәт хаҡында.
Эйе, һәр баланы – тынысын да, көйһөҙөн дә тигеҙ дәрәжәлә яратыу өсөн оло йөрәкле һәм бик тә сабыр булырға кәрәк.
- Хәҙерге балалар бик актив, күп белергә ынтылалар, шуға күрә күп уҡырға, һәр ваҡыт эҙләнергә тура килә. Беҙҙең тәрбиәселәр районда һәм республика күмәлендә уҙғарылған педагогик оҫталыҡ бәйгеләрендә ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, Рузанна Мәхмүт ҡыҙы “Йыл тәрбиәсеһе-2021” бәйгеһендә район данын яҡланы, Резеда Риф ҡыҙы Кашапова Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Лучший практик управления” конкурсында еңеүсе булараҡ, сертификат алыуға иреште, - тип, хеҙмәттәштәре тураһында һөйләй етәксе.
Белеүебеҙсә, балалар баҡсаһы кескәйҙәр өсөн - икенсе йорт. Һәр бала баҡсаға килгән тәүге көндән алып, мәктәпкә сығып киткәнсе уны яратып йөрөһөн өсөн, бында тәрбиәселәр генә түгел, мөдирҙән алып, өс ашнаҡсы һәм тәрбиәсе ярҙамсыларына тиклем көс һала.
- Һәр эштең үҙ ауырлыҡтары була торғандыр, шулай ҙа коллектив берҙәм, үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ. Төп хеҙмәтебеҙҙән тыш, йыш ҡына районда барған төрлө конкурс-смотрҙарҙа, өмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Балалар баҡсаһын тәртиптә тотоуҙа, ата-әсәләр ҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡышҡыһын майҙансыҡты ҡарҙан таҙартыу булһынмы, яҙғыһын баҡсаға сәскәләр ултыртыуҙа һәм ремонт эштәрендә уларҙың ярҙамын тоябыҙ, - тип, һәр кемгә рәхмәтен белдерә ул.
Май аҙағында бер нисә йыл ошо балалар баҡсаһына йөрөгән әҙерлек төркөмөндәге малай һәм ҡыҙҙар (19 бала) үҙҙәренең тәрбиәселәре һәм баҡса менән хушлаша. Быйыл көҙ улар уҡырға барасаҡ. Ата-әсәләрҙе иң шатландырғаны - балалар яңы тормошҡа аяҡ баҫырға әҙер. Ә улар урына икенселәр ҡабул ителәсәк: 8 ғариза тапшырылған да инде. Тырыш һәм сабыр холоҡло, асыҡ йөҙлө етәксене кескәйҙәр ҙә, хеҙмәттәштәре лә яраталар, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итәләр һәм ғәзиздәрен ышанып тапшыралар.
Гөлфиә Илдус ҡыҙы ғаиләһендә лә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Ире Вадим менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Әсәһенең төп ярҙамсыһы булған ҡыҙҙары Альмира Бишбүләк 2-се мәктәбенең 4-се класын тамамлаған, ә улдары Дамир әлегә бәхетле бала саҡ мәлдәрен кисерә – әсәһе эшләгән “Торнаҡай”ға йөрөй.
Камалетдиновтар ғаиләһе бынан дүрт йыл элек район үҙәгендә яңы йорт һалып сыҡҡан. Һөнәре буйынса фельдшер булған Вадим Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Был ваҡытта Гөлфиә хужалыҡты ла алып бара, кәрәк икән, руль артына ултырып ата-әсәһенең хәлен белергә лә ҡайтып урай. Әлбиттә, күпселек гүзәл зат кеүек, уның да үҙ мауығыуҙары бар - матур гөлдәр үҫтереү һәм бал ҡорттары ҡарау—иң яратҡан шөғөлдәре.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.